“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тарафынан бихисап конкурстар ойошторолоп тора. Кескәйҙәр һәм мәктәп уҡыусылары район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә ҙур теләк белдереп ҡатнаша. Күптән түгел “Минең Тыуған илем: тәбиғәт, мәҙәниәт, этнос” Бөтә Рәсәй конкурсында Ырныҡшы, 1-се, 2-се Архангел, Тирәкле, Валентиновка, Ҡыҙыл Еҙем, Максим Горький һәм Благовещенка мәктәптәре уҡысыларынан 11 ғилми эш ҡабул ителде.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Этно-экологик тикшеренеү” номинацияһында Яҡшымбәтова Аделина (1-се Архангел, 7”В” класс) – беренсе, Безрукова Софья (Ырныҡшы, 8) – икенсе, “Этноэкология һәм хәҙерге заман” номинацияһында Тихонова Екатерина (1-се Архангел, 8А) еңеүсе тип табылды. “Этно-экология журналистикаһы” номинацияһында Вашкевич Елена (1-се Архангел,8”А”) менән Бажанова Викторияның (Валентиновка, 11) эштәре иң яҡшыһы тип баһаланды. “Эко-гид” номинацияһында Ғиләзов Айнур (1-се Архангел,11) – I, Чермянина Виктория (Ҡыҙыл Еҙем) – II, Мейстер Анжелика (Максим Горький, 11) – III урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр һәм призерҙар мәғариф бүлеге һәм “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнәсәк.
Фәрзәнә Хәсәнова,
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенең директор урынбаҫары.