Инйәр
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2020, 11:20

Тағы ла ике кеше вафат

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 134 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 13 715-кә етте. Һауыҡҡандар – 11 692 (һуңғы тәүлектә 76 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 78 (был тәүлектә – ике кеше).
Бөгөн вафат булған пациентҡа килгәндә, ул 1964 йылғы, Ханты-Манси ҡалаһынан. Гипертония, аорта атеросклерозы сирҙәренән яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында – 438 (шул иҫәптән 36 кеше ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1507 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 656 446 тикшереү үткәрелгән, 1 601 306 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11 340 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 418 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 423 пациент дауахананан сығарылған.
Читайте нас: