Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2020, 16:56

Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны

2020 йылдың июль-сентябрь айҙарында Башҡортостан биләмәһендә 15 йәштән өлкәнерәк эшсе көстәр һаны 1,938 миллион кешегә еткән, тип хәбәр итте республика статистиктары, һайланма тикшереү мәғлүмәттәренә таянып.

Республиканың 1,938 миллион иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һанынан 1,811 миллиондан ашыуы иҡтисадта мәшғүл, 127 меңгә яҡыны эшһеҙ тип билдәләнгән.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә эшсе көстәр һаны яҡынса 75,173 миллион кеше тәшкил итә, уларҙың 14,778 миллион самаһы Волга буйы федераль округына тура килә.
Быйыл июль-сентябрҙә Башҡортостанда дөйөм эшһеҙлек кимәле 6,5% тәшкил итте. Сағыштырыу өсөн: илдә эшһеҙлек кимәле уртаса 6,3% тиң, Волга буйы федераль округында тағы ла аҙыраҡ — 5,6%, тип хәбәр иттеләр Башстаттан.
Читайте нас: