Инйәр
+13 °С
Облачно
Общие статьи
26 Ноября 2020, 18:24
Анализ һөҙөмтәһе смс менән ебәрелә
Көн һайын 6,5 меңдән ашыу смс-хәбәр ебәрелә
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өр-яңы сервисты ғәмәлгә индерҙе. Ул – граждандарға коронавирусҡа тикшеренеү һөҙөмтәләре тураһында смс-хәбәр ебәреү. Республикала бындай хеҙмәт шәмбенән, 21 ноябрҙән, күрһәтелә.
"Көн һайын 6,5 меңдән ашыу смс-хәбәр ебәрелә. Әле дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, йәғни дәүләт лабораторияларында тапшырылған тест һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт еткерелә. Смс килһен өсөн биоматериал тапшырғанда Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына йүнәлтмә тултырыла", – тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Тимәк, ауырып киткән кешегә поликлиникаға барырға йәки шылтыратырға тура килмәйәсәк, һөҙөмтә телефонға килә.
"Смс-та ыңғай, шулай уҡ кире һөҙөмтә күрһәтелә. Сир асыҡланған осраҡта, пациентҡа артабанғы ғәмәлдәр буйынса кәңәш бирелә. Һәр ауырыу медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн иҫәпкә, контролгә алына", – тип өҫтәне министр.
Уның әйтеүенсә, дәүләт лабораторияларында алынған анализ һөҙөмтәләрен Башҡортостандың Берҙәм медицина порталындағы “Пациенттың шәхси кабинеты”нда һәм “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһында тикшерергә була.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"