Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә аҙна һайын тиерлек юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, юлдарҙа һәләк булған кешеләр һанын кәметеү темаһы күтәрелә. Был юлы ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына дәғүәләрен белдерҙе.
Министр Алан Марзаев белдереүенсә, үткән аҙнала республика юлдарында 62 авария булып, уларҙа 77 кеше йәрәхәтләнгән, 10 кеше һәләк булған. Йыл башынан алып аварияларҙа 404 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ә Радий Хәбиров йыл башында уҡ быйыл был күрһәткесте 400-ҙән арттырмаҫҡа тигән талап ҡуйғайны.
Бөгөн ул Алан Марзаевҡа һәм уның министрлығына был хәлде төҙәтеү өсөн һуңғы мөмкинлек бирҙе. Радий Фәрит улы белдереүенсә, милли проект маҡсатлы күрһәткестәр билдәләй. Уға ярашлы, 2030 йылда республикала юл-транспорт һәләкәттәрендә үлгәндәрҙең һаны йылына 160-тан ашмаҫҡа тейеш.
– Һеҙҙең команда мин ҡуйған бурыстарҙы үтәй алмай. Ә улар нигеҙләнгән ине. Был турала ныҡлап уйланырға кәрәк. Мин Рәсәй Президенты ҡуйған бурысты үтәйәсәкмен, һеҙҙең менәнме, һеҙһеҙме, тик был тормошҡа ашырға тейеш. Һеҙгә тағы бер мөмкинлек бирәм, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе декабрь уртаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһына арналған ҙур кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Хөкүмәткә һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға яңы ҡануниәт уйлап табырға кәңәш итте. Уға ярашлы, бер нисә тапҡыр иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәрҙең автомобилен конфискациялау кәрәк. Был законды Дәүләт Думаһына тәҡдим итергә кәрәк.
– Беҙҙә күп авариялар юлдарҙың насар булғаны өсөн генә түгел, ә иҫерек водителдәр арҡаһында була. Был кеше аҡтыҡтары балаларҙы үлтерә, уларҙың транспортын тартып алырға кәрәк. Күрәһең, башҡаса килеп сыҡмай. Мин ҡаты саралар яҡлы түгел, тик ошондай аҙымға ла барырға тура киләсәк. Башҡа төбәктәрҙән коллегалар был тәҡдимде хупларға әҙер, улар үҙҙәре был турала федераль министрлыҡтағы кәңәшмәлә әйткәйне, – тине төбәк етәксеһе.