Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ноябрь 2020, 16:59

Әле һаман артабыҙ

Бөтә осор эсендә сирләгән кешеләрҙең 86 проценты һауыҡҡан.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле ағымдағы хәлдәрҙе һөйләне.
Һуңғы тәүлек эсендә инфекция 130 кешелә асыҡланған. Дөйөм алғанда, пандемия башланған көндән алып 13318 кеше сирләгән. 394 кеше стационарҙарҙа дауалана. 32 кешенең хәле ауыр, шуға күрә улар реанимация бүлексәһендә ята. 18 кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған.
Бөтә осор эсендә сирләгән кешеләрҙең 86 проценты һауыҡҡан.
– Башҡортостанда коронавирус һәм пневмония менән сирләгәндәр өсөн 5800 урын әҙерләнгән. Уларҙың 78 процентын сирлеләр биләй. Бөтә медицина учреждениеларында кешеләрҙе дауалау өсөн кәрәкле ҡорамалдар, дарыуҙар, дезинфекция һәм һаҡланыу саралары етәрлек. Уларҙың запасы кәмендә дүрт аҙнаға етәсәк, – тине Максим Забелин.
Радий Хәбиров хәлдәр даими контролдә тотола тине.
– Беҙ был хәлде даими рәүештә контролдә тотабыҙ һәм оператив штаб ултырыштарында тикшерәбеҙ. Хәл тотороҡло. Үҫеш темпы бер аҙ булһа ла кәмей башланы. Һаулыҡ һаҡлау системаһы лайыҡлы ҡаршы тора. Стәрлетамаҡ буйынса хәлдәр киләһе ике аҙна эсендә хәл ителәсәк, сөнки декабрь башында бында яңы госпиталь ишектәрен асасаҡ. Был беҙгә ышаныс өҫтәй, – тине Радий Хәбиров.
Максим Забелин белдереүенсә, көн һайын республика буйынса 110 эпидемиологик бригада коронавирусҡа шиге булған пациенттарға сыға. Уларҙың 25-е Өфөлә эшләй. Тәүлек эсендә инфекция бригадалары 700 саҡырыуға бара, Өфөлә – 415 осраҡ.
Читайте нас: