Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ноябрь 2020, 18:12

Хөрмәтле Архангел районы халҡы!

2021 йылдың 1 ярты йыллығына подписка дауам итә.

2021 йылдың 1 ярты йыллығына подписка дауам итә. Бер нисә мөһим сәбәп арҡаһында район гәзите “Инйәр”гә ярҙам ҡулы һуҙыу йәһәтенән уға яҙылырға һәм уның өсөн ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим. “Инйәр” гәзите район тормошо, ауылдарҙа йәшәүсе төрлө яҙмышлы кешеләр, ғөмүмән, һеҙҙең турала, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ, күршеләрегеҙ, һеҙҙең хеҙмәт коллективығыҙ, уларҙың төрлө өлкәләге юғары һөҙөмтәле уңыштары тураһында мәғлүмәттәр, мәҡәләләр баҫып сығара. Ә уларҙы халыҡ һәр саҡ яратып уҡый! Шулай уҡ гәзит иғландар һәм рекламалар биреү һәм алыу өсөн ҙур ярҙамсы булып тора.
Кем “Инйәр” гәзитенә яҙыла— уларҙы район хакимиәте башлығынан шәхсән бүләк отоу мөмкинлеге көтә.
Уйында ҡатнашыу өсөн “Инйәр” гәзитенә 2021 йылдың 6 айына йәки 2021 йылға йыллыҡ подписка эшләп, квитанцияны редакцияға килтереү мотлаҡ. Уйын ағымдағы йылдың 18 декабрендә сәғәт 11.00-ҙә уҙғарыласаҡ.
Гәзиткә яҙылығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!
Читайте нас: