Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы-2020” күргәҙмәһе барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “Синара-Ҡала транспорт ҡарарҙары” вице-президенты Юрий Осинцев халыҡҡа транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән ҡала агломерацияларының транспорт системаһын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында биш йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Яҡтар йәмәғәт транспортын, шул иҫәптән Өфөлә ҡала электр транспортын үҫтереү мәсьәләләре буйынса берлектә эш итеү тураһында һөйләшеп килеште. Хеҙмәттәшлек был өлкәлә лизинг, концессия һәм дәүләт-шәхси партнерлығы алымдарын файҙаланыу мөмкинлеген күҙаллай.
"Башҡортостан алдында ҙур бурыстар тора – 2024 йылға автотранспорт паркын һиҙелерлек яңыртырға һәм инфраструктураны яҡшыртырға ниәтләйбеҙ, – тине Андрей Назаров. – Мәскәүҙә бер нисә мөһим һөйләшеү булды. Өфөнө урап үткән тимер юл һалыу планы ҡабул ителде. “Синара” компаниялар төркөмө Өфөлә трамвай селтәрен үҫтерергә ниәтләй".
Ҡала йәмәғәт транспорты системаһын комплекслы яңыртыу – Рәсәйҙең күп төбәктәре өсөн көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе. Ул күсмә составты яңыртыуҙы, инфраструктураны үҫтереүҙе, пассажирҙар ташыу схемаларын, маршруттарын ҡулайлаштырыуҙы һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.