Инйәр
+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
19 Ноября 2020, 13:46
Мемориаль таҡтаташ асылды
«Донъяның ярҙары икәү. Уларҙың береһе – фанилыҡ, икенсеһе – мәңгелек, ә уртанан Замана аға...»
Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының билдәле актёры Заһир Вәлитовҡа тантаналы рәүештә мемориаль таҡтаташ асылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2019 йылдың февралендә
баҡыйлыҡҡа күсте
.
Таҡтаташ Ғафури урамында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты йәшәгән 48-се йортҡа ҡуйылды.
Иҫтәлекле таҡтаташҡа Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» автобиографик повесынан юлдар яҙылған: «Донъяның ярҙары икәү. Уларҙың береһе – фанилыҡ, икенсеһе – мәңгелек, ә уртанан Замана аға...». Ошо әҫәр буйынса спектаклдә Заһир Вәлитов Шағир ролен уйнаны һәм әлеге роль өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды.
Сараны асыу тантанаһында власть органдары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, театр йәмәғәтселеге, Заһир Вәлитовтың коллегалары һәм туғандары ҡатнашты.
https://
www.bashinform.ru/news/1523080-v-ufe-otkrylas-memorialnaya-doska-akteru-zagiru-valitovu/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"