Инйәр
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2020, 16:39

“Магнит” ярҙам күрһәтә

Рәсәйҙең 16 төбәгендә күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә. Башҡортостан Хөкүмәтенең башланғысы һәм ярҙамы менән был хәйриә акцияһы беҙҙә лә старт алып, уға ярашлы дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 9,5 мең ғаиләгә “Магнит” сауҙа селтәре тарафынан әҙерләнгән аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырыласаҡ.

#МагнитЗабота тип аталған социаль программаны тормошҡа ашырыуға ярашлы, Рәсәйҙең 16 төбәгендә күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә. Башҡортостан Хөкүмәтенең башланғысы һәм ярҙамы менән был хәйриә акцияһы беҙҙә лә старт алып, уға ярашлы дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 9,5 мең ғаиләгә “Магнит” сауҙа селтәре тарафынан әҙерләнгән аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырыласаҡ.
#МагнитЗабота программаһы ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа социаль йәһәттән яҡлауға мохтаждарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Башҡортостан – был проектта ҡатнашҡан 16-сы төбәк.
Тупланма туғыҙ төрлө аҙыҡ-түлектән тора: ярмалар, консервалар, он, көнбағыш майы, шәкәр һәм башҡалар. Уларҙы таратыу менән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы ойошмалар хеҙмәткәрҙәре һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағындағы “Беҙҙең хәстәрлек” Берҙәм ирекмәнлек үҙәге әүҙемселәре шөғөлләнәсәк.
“Башҡортостанда әлеге ярҙамды аласаҡ ғаиләләрҙең исемлеге төҙөлдө. Әлеге ваҡытта аҙыҡ-түлек йыйылмаларын туплау эше бара. Улар әҙер булыу менән ирекмәндәр тейешле адрестарға бушлай алып барып бирәсәк. Быны ноябрҙең һуңғы декадаһында башҡарып сығырбыҙ, тип күҙаллайбыҙ”, - тине партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
“Магнит” сауҙа селтәренең Урал округы буйынса директоры Андрей Новокшонов билдәләүенсә, ярҙам аласаҡ ғаиләләрҙең исемлеге республиканың тейешле ведомстволары менән берлектә әҙерләнгән. “Беҙ #МагнитЗабота программаһының Башҡортостан Республикаһына ла килеп етеүенә шатбыҙ”, – тип билдәләне ул.
Читайте нас в