Инйәр
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2020, 17:42

Ирекмән-уҡытыусылар ярҙам итергә әҙер

Ирекмән-уҡытыусылар медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына дистанцияла уҡыған осорҙа мәктәп программаһын үҙләштереүҙә бушлай ярҙам күрһәтә.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Online-уҡытыусы 2.0” проекты үҙ эшен яңынан башлай. Проект ил Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Ирекмән-уҡытыусылар медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына дистанцияла уҡыған осорҙа мәктәп программаһын үҙләштереүҙә бушлай ярҙам күрһәтә.
– Һәр мөрәжәғәт шәхсән ҡарала. Уҡыусыларҙың квалификациялы уҡытыусылар менән йәнле онлайн-аралашыуын ойоштороу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ, – тине БДПУ-ның ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Лиана Кожевникова. – Ирекмән-уҡытыусылар математика һәм информатика, рус, инглиз һәм туған телдәр, биология, химия, физика, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәне һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ярҙам итергә әҙер.
Балаға ярҙам күрһәтеүҙе һорап яҙған ғаризаны түбәндәге һылтанма буйынса ебәрергә: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdsLLouy60eHQwmp5C_yzEE3oFljXXO4kr5Zrs8qbJRjDm6ww/viewform
Ирекмән уҡытыусы булырға теләгәндәргә түбәндәге һылтанма буйынса инеп, тәғәйен форманы тултырыу шарт: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdkjAd0WH2L8CKRRBDi-mjgIIgZ395jn7NiXG5APd396zyfJQ/viewform
Читайте нас: