Инйәр
+14 °С
Облачно
Общие статьи
19 Ноября 2020, 12:39
Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр ҡабул итеүгә бәйле, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү буйынса комиссия булдырылды. Республика Башлығы ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы. Комиссияға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселек итә.

"Хәҙер, Рәсәй Конституцияһының яңы редакцияһына ярашлы, бөтөн федераль ҡануниәт ҡалыпҡа һалына. Төбәктәр үҙҙәренең норматив базаһын уға ярашлы көйләй", – тине Константин Толкачев.
Парламент спикеры билдәләүенсә, Конституцияны үҙгәртеүҙән тыш, комиссияға республика ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәрҙе әҙерләү буйынса ла эшләргә тура киләсәк.
"Был бурысҡа күптән тотонғайныҡ. Әммә Рәсәй Конституцияһының үҙгәреүенә бәйле республика закондарына индереләсәк төҙәтмәләр ҡатламы бик киң. Ҡайһы берҙәре буйынса тейешле федераль закондың ғәмәлгә ингәнен көтөргә кәрәк. Ғөмүмән, был эш айҙар, бәлки, йылдар буйы дауам итер", – тине Константин Толкачев.
Комиссия составына шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе Зөфәр Йәнекәев, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, республика прокуроры Владимир Ведерников, башҡа профилле ведомстволар вәкилдәре инде.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур