Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь 2020, 13:27

Уҡытыусыларҙың да, балаларҙың да шатлығы сикһеҙ

“Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә 2020 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын мультимедиялы комплекстар менән йыһазландырыу йылдам бара.

“Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә 2020 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын мультимедиялы комплекстар менән йыһазландырыу йылдам бара. Мәҫәлән, Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылындағы 1-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын хәҙер танырлыҡ та түгел.
Мәктәп директоры Рөстәм Ильясовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә уңайлыҡтар ҙа балаларҙың киләсәген уйлап, бар уй-ниәттәр ҙә ҡыҙ һәм малайҙар башҡорт теленән тәрән белем алһын тигән маҡсаттан сығып тормошҡа ашырыла.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын мультимедиялы комплекс менән йыһазландырыуҙы быйыл 1 сентябргә тамамланыҡ, – тип шатлана 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Яҡупова. – Иң мөһиме, уҡыусы балалар яңы уҡыу йылын өр-яңы кабинетта башланы. Ноутбук, күп функциялы ксерокс һәм интерактив таҡта эшебеҙҙе ныҡ еңелләштерҙе. Балаларҙың да ҡыуанысы сикһеҙ. Беҙгә, педагогтарға, һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырғаны өсөн республикабыҙ Хөкүмәтенә, Мәғариф һәм фән министрлығына ҙур рәхмәт!
Читайте нас: