Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2020, 16:29

ЙОНДОҘНАМӘ (16 – 22 ноябрь)

Гороскоп (16-22 ноябрь)!

ҠУҘЫ
Шаршамбыға тиклем хәүеф­ле эштәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Мөһим ҡарар ҡабул иткәндә лә кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмағыҙ, эске тойомлауға таянығыҙ. Өҫтәмә эш йөкмә­теү­ҙәре ихтимал, көсөгөҙҙө самалағыҙ.

БУҒА
Ҙур ғына әйбер һатып алыу­ға ихтыяж тыуыр, моғайын. Аҡсағыҙҙы юҡ-барға тәләфлә­мәгеҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәт­тәрҙә сабырлыҡ талап ителер, айырыуса 21 ноябрҙә.

ИГЕҘӘКТӘР
Был аҙнала бурыс мәсьә­ләһе менән шөғөлләнерһегеҙ. Эш эҙләгәндәр яңы тәҡдим алыр, әммә өҫтәмә сығымдарға әҙер булығыҙ. Ниндәйҙер яңылыҡ аптырауға һалыр.

ҠЫҪАЛА
Осор шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулай. Йәшерен һәләтегеҙ асылып, башҡаларҙың иғтибары артып китеүе лә ихтимал. Көтмәгәндә юлға сығырһығыҙ, моғайын.

АРЫҪЛАН
Коммерция эштәре уңышлы булмаҡсы. Хеҙмәттәшлек өсөн киң мөмкинлектәр асылыр. Карьера йәһәтенән үҫешкә өлгәшеүегеҙ ихтимал. Аҙнаның икенсе яртыһында яҡындарығыҙ менән низағлашмаҫҡа тырышығыҙ.

ҠЫҘ
Осор осрашыуҙарға, таны­шыуҙарға бай булмаҡсы. Коммерцияға бәйле күптән борсоған эштә алға китеш һиҙелер. Кәйефегеҙ күтәрелер, көс-ҡеүәтегеҙ артып китер. Сәфәрҙәр уңыш килтерер.

ҮЛСӘҮ
Һәр башланғысығыҙ һө­ҙөмтә бирер. Шәхси мөнәсәбәт­тәрҙә һәр ҡарарҙы уйлап ҡабул итергә тырышығыҙ. Аҙна эштәге проблемаларҙы хәл итеү, файҙалы бәйләнештәр булдырыу өсөн ҡулай.

САЯН
Аҙнаны күтәренке кәйефтә башлап ебәрерһегеҙ. Тор­мо­шоғоҙҙа сағыу ваҡиғалар көтөлә. Һөнәри эшмәкәрлектә уңышҡа өлгәшер­һегеҙ. Мул ғына табыш та алырһығыҙ, моғайын.

УҠСЫ
Юғарыраҡ вазифаға үрләү мөмкинлеге тыуыр. Дүшәмбе үк бер аҙналыҡ план ҡороп ҡуйығыҙ, юғиһә бер нимәгә лә өлгөрә алмаҫһығыҙ. Шаршамбы телегеҙҙе тыйырға кәңәш ителә.

ЫЛАҠ
Төп иғтибарығыҙҙы матди мәсьәләләр яулар. Шишәмбе тәүәккәл, әүҙем булығыҙ. Мөһим осрашыуҙан баш тартмағыҙ. Йома етәкселеккә мөрәжәғәт итеүҙе кисектереп тороғоҙ.

ҺЫУҒОЯР
Мәлде файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ, ялҡаулыҡҡа юл ҡуймағыҙ. Был арала иң ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә йылдам хәл ителер. Тормошоғоҙҙа тамырынан үҙгәрештәр булмаҡсы.

БАЛЫҠ
Аҙнаның тәүге көндәрендә иңегеҙгә мөһим бурыс алмай тороғоҙ. Эшлекле һөйләшеү­ҙәрҙе, ҙур килешеүҙәрҙе, әйбер һатып алыуҙы осор аҙағына ҡалдырырға кәңәш ителә.
Читайте нас в