Инйәр
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2020, 16:06

Яңы йыл етә...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса ҡарар аҙна дауамында ҡабул ителәсәк.

Оҙаҡламай бөтәбеҙҙең дә иң көтөп алған байрамдарының береһе – Яңы йыл етә. Быйыл был матур байрам коронавирус инфекцияһы менән бергә киләсәк. Шуға күрә уны нисек билдәләрбеҙ икәнлеге әлегә аныҡ түгел. Бөгөн был турала һөйләшеү Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса ҡарар аҙна дауамында ҡабул ителәсәк.
– Яңы йыл – дөйөм алғанда ҙур ваҡиға, тик быйыл коронавирус инфекцияһы арҡаһында ул бер ни тиклем хәүеф менән дә янай. Беҙгә барыһын да хәл итергә кәрәк: сикләүҙәр ҡабул итербеҙме, юҡмы? Санитар-эпидемиологик талаптарҙы нисек үтәрбеҙ, кешеләргә нимә тәҡдим итербеҙ һәм нисек байрамды үткәрербеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Ҡарарҙы был аҙнала оператив штаб ултырышында ҡабул итәсәктәр. Әйткәндәй, ҡайһы бер төбәктәр Яңы йылды нисек үткәреүен хәл иткән дә.
– Иң ябай мәсьәлә: балалар шыршылары үткәрәбеҙме юҡмы? Һәм бының кеүек һорауҙар бик күп. Был аҙнала әҙерләнергә һәм ҡарар ҡабул итергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Читайте нас в