Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2020, 16:08

Өйҙә дауаланғандарға ҡасан бушлай дарыу бирелә башлар?

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең ҙур өлөшө һәр ваҡыттағыса коронавирус инфекцияһы һәм уның менән көрәш мәсьәләләренә арналды. Һуңғы яңылыҡтар менән һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин таныштырҙы.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең ҙур өлөшө һәр ваҡыттағыса коронавирус инфекцияһы һәм уның менән көрәш мәсьәләләренә арналды. Һуңғы яңылыҡтар менән һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин таныштырҙы.
Министр белдереүенсә, республикала инфекциянан 68-се кеше һәләк булған. Пандемия башланыу менән сир 12444 кешелә асыҡланған, һуңғы тәүлектә ул 116 кешелә табылған.
Әле дауаханаларҙа раҫланған коронавирус диагнозы менән 318 кеше дауалана. 32 пациент ауыр хәлдә, алты кеше – ИВЛ аппараты аҫтында. Барлығы 11110 кеше һауығып сыҡҡан.
“Башфармация” келәттәренә яңы коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн препараттарҙың беренсе партияһы килгән. Улар федераль аҡсаға амбулатор пациенттар өсөн алынған. Республика был маҡсатта 150 миллион һумдан ашыу аҡса алғайны (19 мең пациент өсөн ярҙам). Әле Максим Забелин белдереүенсә, 1100 кешелек вирусҡа ҡаршы препарат һәм 2 мең самаһы бактерияға ҡаршы дарыуҙар бар.
– Сирләү кимәлен иҫәптә тотоп, беҙ дарыу менән ай һайын коронавирус диагнозы раҫланған йәки шик булған 5 мең кешене тәьмин итергә йыйынабыҙ. Өҫтөнлөк инфекцияның ауыр йәки уртаса формаһы менән сирләгән кешеләргә биреләсәк. Шул иҫәптән вируслы пневмония осраҡтарында ла, – тине ул.
Дарыуҙарыҙы ҡабул итеүҙе контролдә дауалаусы табип һәм контакт-үҙәк белгестәре тотасаҡ. Өйҙә дауаланған пациенттарға бушлай дарыуҙар 17 ноябрҙән бирелә башлаясаҡ.
Башҡортостан Башлығы төбәктә коронавирусҡа бәйле хәл “тотороҡло ауыр” тине.
– Запаста дауаханаларҙа урындар, дарыуҙар булырға тейеш. Хәҙер оҙайлы Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары етә, был осорҙа өҙөклөк булмаһын, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас в