Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2020, 16:18

Үҙ шәжәрәңде нисек төҙөргә?

Ғәйнә башҡорттары этнографияһы буйынса бер брошюраға тупланған яңы методологик материалдар күрһәтелде.

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре барышында “Урал башҡорттары Пермь крайының мәҙәни байлығында” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" үткәне хаҡында яҙғайныҡ. Унда Ғәйнә башҡорттары этнографияһы буйынса бер брошюраға тупланған яңы методологик материалдар күрһәтелде.
Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин брошюраның һәм башҡорт ҡәбиләләренең Пермь крайында таралып ултырғанын сағылдырған картаның презентацияһын үткәрҙе. “Был ошо йәһәттән беренсе хеҙмәтебеҙ түгел. Шулай ҙа әле ҡыйынлыҡтарға осраныҡ – башҡорттарҙың Ғәйнә кеүек үҙенсәлекле ҡәбиләһе хаҡындағы этнография материалдары ныҡ күп булып сыҡты. Маҡсатыбыҙ уларҙың тарихын, мәҙәниәтен, һөйләшен ҡыҫҡа, сағыу итеп күрһәтеү ине. Был брошюраны асҡан кеше шәжәрәне нисек төҙөү, уның өсөн Өфөлә һәм Пермдә ҡайҙа мөрәжәғәт итеү хаҡында файҙалы мәғлүмәт алырға тейеш. Был брошюрала шулай уҡ картографик мәғлүмәтте лә бирҙек”, – тип һөйләне Рәфил Аҫылғужин.
Үҙ сығышында Рәфил Аҫылғужин башланғыс хаҡында әйтте: башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты өлөшө булған Ғәйнә һөйләше мәғариф системаһында үҙ урынын табырға тейеш. Уны Барҙа ауылындағы башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең уҡыу программаһына индереү йәш милләттәштәребеҙгә асылын табырға ярҙам итер, тине Рәфил Аҫылғужин.
Читайте нас: