Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2020, 16:20

"Рухлы милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт!"

Пермь өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре барышында төбәктең бер төркөм әүҙем шәхестәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградалары менән бүләкләнде.

Пермь өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре барышында төбәктең бер төркөм әүҙем шәхестәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградалары менән бүләкләнде.
Ойошманың “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт, дин, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде, рухты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса күп йыллыҡ әүҙем, һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн тапшырыла. Атамаһы итеп Шәйехзада Бабичтың шиғырынан бер юл алынған.
Пермь крайында юғары награда өс кешегә тапшырылды. Исемлектә – крайҙың Пермь районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Замира Ғәбделбарова, Барҙы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Әнисә Мәүлекәйева, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рушан Шәрипов.
Барҙы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Сәриә Ураҙбаева, Пермь районы Башҡолтай ауылы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фаил Сәйҙәшев, Көйәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлиә Сафина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамоталары менән наградланды.
"Был юғары бүләктәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын тормошҡа ашырған, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен тергеҙеүҙә, үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан, урындағы милләттәштәребеҙҙе берләштереп, ҡоролтай эшмәкәрлеген ойошторған әүҙемдәргә бирелде.
Наградаларҙы беҙ Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәновҡа ҡалдырып китәбеҙ. Мөмкинлек булыу менән ул бүләктәрҙе хужаларына тапшырасаҡ. Шулай уҡ һәр ҡайһыһына “Башҡорттар” китабын да бүләк итәбеҙ. Милләттәштәребеҙгә мәҙәниәтебеҙҙе һәм телебеҙҙе популярлаштырғаны өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ", – тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Читайте нас: