Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2020, 16:10

Республикала ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге асылды

Коронавирусҡа бәйле хәл әле һаман ҡатмарлы. Һуңғы осорҙа республиканың медицина учреждениеларына телефон мөрәжәғәттәре бермә-бер артты. Ошоларҙы иҫәптә тотоп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шылтыратыуҙар ҡабул итеү селтәрен киңәйтергә ҡушты.

Коронавирусҡа бәйле хәл әле һаман ҡатмарлы. Һуңғы осорҙа республиканың медицина учреждениеларына телефон мөрәжәғәттәре бермә-бер артты. Ошоларҙы иҫәптә тотоп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шылтыратыуҙар ҡабул итеү селтәрен киңәйтергә ҡушты.
Был йөкләмәне үтәү өсөн бөгөн Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге булдырылды һәм эшләй башланы. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Үҙәктең етәксеһе – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева.
Был үҙәк “Торатау” конгресс-холы бинаһында урынлашты. Үҙәк медицина ойошмаларына ярҙам итеү өсөн халыҡҡа оператив консультациялар биреү маҡсатында төҙөлдө.
– Был үҙәк кешеләр мөрәжәғәттәре кимәлен әҙерәк кәметер тип ышанабыҙ. Кешеләрҙә аныҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Үҙәк эшмәкәрлеге нескәлектәре тураһында Римма Үтәшева ла һөйләп китте.
– Шылтыратыуҙар ҡабул итеүселәрҙән башҡа, структурала медицина эксперттары ла бар. Был Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре, профессорҙар, доценттар, ассистенттар, федераль медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, “Роспотребнадзор”,"Росздравнадзор", Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре. Улар оператив рәүештә шылтыратыу ҡабул итә һәм профессиональ кимәлдә яуап бирә, мөрәжәғәт итеүсегә кәрәкле ярҙам күрһәтә аласаҡ, – тине Римма Үтәшева.
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге телефоны— (347) 218-19-19. Ул иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә ялһыҙ эшләй.
Хәл үҙәгенең хеҙмәткәрҙәре һәм эксперттары түбәндәге мәсьәләләр буйынса консультация һәм ярҙам тәҡдим итә.
– Стационар ярҙам (дауаханалар);
– амбулатор ярҙам, поликлиникалар;
– ашығыс медицина ярҙамы;
– дарыуҙар менән тәьмин итеү;
– ковидҡа тест һөҙөмтәләре;
– компьютер томографияһы амбулатор үҙәктәре һәм башҡа коронавирусҡа бәйле һорауҙар.
Оператор мөрәжәғәт темаһы буйынса консультация бирә, аныҡлаусы һорауҙар бирәсәк һәм кәрәк булһа, медицина ойошмаһы белгесенә күсерәсәк. Һәр мөрәжәғәт итеүсенең контакттары һәм мөрәжәғәте һаҡлана, ул артабан мәсьәләне контролдә тотоу һәм хәл итеү өсөн кәрәк.
Читайте нас: