Башстаттан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ҡулланыусылар кәрзинендәге арыу уҡ аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан.
Бер аҙна эсендә республикала помидор һәм һуған 3,6 һәм 3,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Һөҙөмтәлә яҡынса бер килограмм помидор - 82 һум, бер килограмм һуған 22 һум тора.
Ноябрь башы менән сағыштырғанда, картуфҡа, вермишелгә һәм көнбағыш майына ла хаҡ күтәрелгән. Был йәмғеһе проценттарҙа 2,9 – 2,7 процент тәшкил итә. Төбәктә “икенсе икмәк”тең яҡынса килограмы хәҙер 22 һум торһа, вермишелдең килограмы - 60 һум. Көнбағыш майының бер литры – 110 һум.
Был аҙыҡ-түлектән тыш, тағы ла хаҡтары артҡан исемлеккә макарон, шәкәр, икмәк, маргарин, сосиска, сарделька, печенье, балалар өсөн емеш-еләк һәм йәшелсә консервалары, ҡыяр, ит консервалары, ҡаймаҡ, ҡара сәй, шоколад кәнфиттәре, һөт, йомортҡа, он, бойҙай, кәбеҫтә, ярым ыҫланған, бешерелгән-ыҫланған колбаса, һыйыр майы, балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмалары, тауыҡ, алма инә. Бер аҙна эсендә уларҙың хаҡтары 0,2 – 2,4 процентҡа күтәрелгән.
Хаҡтары төшкән аҙыҡ-түлектәр ҙә бар. Тоҙ, бешерелгән колбаса һәм карамель был исемлеккә инә.
Статистиктарҙың күҙәтеү һөҙөмтәһендә, һарыҡ итенә хаҡ ҡына үҙгәрешһеҙ ҡалған.