Инйәр
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2020, 12:36
«Мисс Азия-Себер – 2020»
Башҡортостан ҡыҙы Наилә Дәүләтшина «1-се Вице-Мисс Азия-Себер-2020» исемен яуланы.
Красноярскиҙа «Мисс Азия-Себер – 2020» милләт-ара матурлыҡ һәм һәләт конкурсының финалы уҙҙы. Башҡортостан ҡыҙы Наилә Дәүләтшина «1-се Вице-Мисс Азия-Себер-2020» исемен яуланы.
Конкурста ҡатнашыусылар үҙ халҡының милли кейемен, аш-һыуын, һәләтен һәм киске күлдәктә дефиле күрһәтте.
Наилә Дәүләтшина сығышы менән Башҡортостандың Ейәнсура районынан. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында беренсе курста уҡып йөрөй. Конкурста Наилә «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен башҡарҙы, ҙур бәлеш бешерҙе һәм башҡорт халҡының йолалары хаҡында һөйләне.
Модель агентлығында Наилә 2018 йылдың яҙында шөғөлләнә башлай. Ошо ваҡытта байтаҡ конкурстарҙа ҡатнашып өлгөрҙө: «Мисс Башҡортостан — 2019» (тәүге бишәү иҫәбенә инде), «Башҡортостан һылыуҡайы -2018» (2-се вице-мисс), «Мисс ЭКО Башҡортостан — 2019» (гран-при), «Miss Eco Teen — 2019» (Мысыр).
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
30 Апрель 2025, 08:27
Республиканан ике проект яҡшылар иҫәбенә инде
Новости
29 Апрель 2025, 15:52
Янғын сығарһаң, штраф түләйәсәкһең
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"