Инйәр
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2020, 12:41

Бабиков һәм Латипов Рәсәй исеменән Донъя кубогында сығыш яһай

Башҡортостан биатлоны тәрбиәләнеүселәре Антон Бабиков һәм Эдуард Латипов Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Донъя кубогында ҡатнаша. Ярыштар 28 ноябрҙә башлана. Валерий Польховский етәкселегендәге команданың тренерҙар штабы шундай ҡарар ҡабул итте.

«Антон Бабиков ике уҙышта ла лайыҡлы сығыш яһаны. Был спортсыны бөтәһе лә яҡшы белә. Ул беҙ унан көтөргә хоҡуҡлы уңыштарға ирешә тип әйтә алам, — тип билдәләне Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры. — Эдуард Латиповҡа функциональ әҙерлек буйынса бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ, ләкин ул атыуҙа ҡалыша. Дөрөҫөн әйткәндә, был йәһәттән беҙ унан күберәкте көткәйнек. Уға ошо компонент өҫтөндә эшләргә кәрәк».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Антон Бабиков Ханты-Мансиҙа әҙерләнгәндә 15 саҡрымға икенсе контроль масс-стартта еңде. Эдуард Латипов был ярыштарҙа бишенсе урынды алды.
Читайте нас в