Инйәр
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2020, 16:05

Ауыл медицинаһы тергеҙелә

Бөгөнгә ҡарата 96 модулле конструкция алыуға контакт төҙөлгән, уларҙың 93-ө ФАП һәм өс табип амбулаторияһы. Шулай уҡ барлыҡҡа килгән экономия аҡсаһына йәнә бер фельдшер-акушерлыҡ пункты алырға ниәтләйҙәр.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ФАП-тар төҙөү мәсьәләһе буйынса һөйләшеү булды. Доклад менән һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сығыш яһаны.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү” проектын тормоша ашырыу сиктәрендә республикала модулле конструкциялы ФАП-тар һәм халыҡ һаны 101-ҙән 2000 кешегә тиклем булған ерҙәрҙә табип амбулаторияларын төҙөү буйынса планлы эш алып барыла. Быларҙың барыһы ла ауыл ерендә йәшәгән кешегә уңайлы булһын һәм улар ваҡытында медицина ярҙамы ала алһын өсөн эшләнә.
Был маҡсатта 2020 йылда федераль һәм республика бюджеттарынан 320 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл ғына 94 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты (амбулаториянан тыш) алыу һәм урынлаштырыу планлаштырыла.
Бөгөнгә ҡарата 96 модулле конструкция алыуға контакт төҙөлгән, уларҙың 93-ө ФАП һәм өс табип амбулаторияһы. Шулай уҡ барлыҡҡа килгән экономия аҡсаһына йәнә бер фельдшер-акушерлыҡ пункты алырға ниәтләйҙәр.
Уларҙы урынлаштырыу 41 район һәм ике ҡала округында башҡарыла. 12 ноябргә ҡарата 74 ФАП-ты монтажлап бөткәндәр.
Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, бындай төр ФАП-тарҙы һатып алыу һәм ҡуйыу райондарҙа ике яҡ өсөн дә уңайлы шарттарҙа башҡарыла. Муниципаль район хакимиәте ер участкаһы бүлә, инженер селтәрҙәрен (электр, һыу, канализация, йылылыҡ) тоташтырыуҙы тәьмин итә, тирә яҡ биләмәне төҙөкләндерә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иһә модулле ФАП-ты һатып алыу, урынлаштырыу, уны кәрәкле медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына кадрҙар ҙа кәрәк. Быны иҫәптә тотоп, республикала фельдшерҙар өсөн дә һәйбәт программалар эшләй. Мәҫәлән, уларға төбәк бюджетынан “Ауыл фельдшеры” программаһы сиктәрендә бер тапҡыр 500 мең һум аҡса түләнә. Әлеге маҡсатта 2020 йылда республика бюджетынан 22 миллион һум аҡса бүленгән. Был ауыл еренә урта медицина белемле 44 белгесте йәлеп итеү мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы заявка кампанияһын уңышлы үткәргән һәм федераль бюджеттан беренсел медицина звеноһын үҫтереү өсөн 2024 йылға тиклем 15 миллиард һум аҡса аласаҡ.
– Шулай итеп, беҙҙең 2024 йылға тиклем абсолют модернизацияланған һаулыҡ һаҡлау системалы булыу мөмкинлегебеҙ бар. Был айырыуса ауыл биләмәләренә ҡағыла. Беҙ үҙебеҙҙең ауылдарҙы һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Ҡайҙа ғына ФАП асылыуында булһам да, был ауыл халҡы өсөн һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ. Әлеге эште дауам итергә кәрәк – яңы сифатлы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү һәм улар өсөн кадрҙар табыу, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе сираттағы оператив кәңәшмәгә аҡсаны 2021 йылға бүлеү планы буйынса мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты.
Читайте нас: