Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2020, 13:09

Журналист ҡыҙға һөжүм иткәндәр

“Тейешле ваҡыттан һуң эшләгән урындарҙың береһендә уның хеҙмәткәрҙәре Айгөлдөң телефонын тартып алған һәм көс менән, камераны вата яҙып, ресторандан сығарған”, – тип белдергәндәр күҙәтеү үҙәге белгестәре.

Рәсәйҙең Кеше хоҡуҡтары буйынса советы ҡарамағындағы мәғлүмәт азатлығын һәм журналистар хоҡуҡтарын күҙәтеү үҙәге хәбәр итеүенсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Айгөл Хәтипова полиция хеҙмәткәрҙәре һәм профилле ведомстволар менән күңел асыу ойошмалары буйлап рейдта ҡатнашҡанда зыян күргән. Ә уларҙың антиковид осоронда эш режимы – 23 сәғәткә тиклем.
“Тейешле ваҡыттан һуң эшләгән урындарҙың береһендә уның хеҙмәткәрҙәре Айгөлдөң телефонын тартып алған һәм көс менән, камераны вата яҙып, ресторандан сығарған”, – тип белдергәндәр күҙәтеү үҙәге белгестәре.
Ҡыҙ ныҡ йәрәхәтләнмәгән. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре килеп ҡыҫылғас, һаҡсылар һәм күңел асыу ойошмаһы етәкселеге телевидение хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәләшергә ризалашҡан. Был ойошма етәксеһенә ҡарата протокол төҙөлгән. Уға 300 мең һумға тиклем штраф янай.
Читайте нас: