Рәсәй Конституцияһына ярашлы, кеше хоҡуҡтарына, иркенә, бурыстарына ҡағылышлы барлыҡ ҡанундар, норматив акттар баҫылып сығырға, халыҡҡа еткерелергә тейеш. Был “рәсми баҫылған” тигәнде аңлата. Уның ҡағиҙәләре һәр төбәктә айырым билдәләнә. Беҙҙең Башҡортостанда, мәҫәлән, барлыҡ документтар
npa.bashkortostan.ru сайтына һалына. Унда баҫылыу документҡа ҡул ҡуйылған, ул юридик көсөнә ингән, тигәнде аңлата. Был Башҡортостан Президентының 1996 йылдың 26 сентябрендәге 629-сы указында раҫланған (10.03.2015 йылда мөхәррирләнгән,
Указ Президента РБ от 26.09.1996 УП-629 һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин).