Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2020, 13:13

Спорт көрәшенә иғтибар арта

Бөгөн күпселек йәштәр сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, спортты үҙ итә. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта республика мәктәптәрендә был йәһәттән маҡсатлы эш алып барыла – спорт залдары асыла, махсус программалар эшләй.

Бөгөн күпселек йәштәр сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, спортты үҙ итә. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта республика мәктәптәрендә был йәһәттән маҡсатлы эш алып барыла – спорт залдары асыла, махсус программалар эшләй.

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары һәм “Башҡортостан Республикаһында спорт көрәше” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә “Спорт көрәше – мәктәптәргә” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Күптән түгел Хәйбулла районының Бүребай урта мәктәбендә лә заманса йыһазландырылған спорт залы асылған. Бүребай мәктәбенең буласаҡ йәш чемпиондары хәҙер физкультура дәрестәрендә, шулай уҡ секцияларҙа гимнастика, көрәш төрҙәре менән шөғөлләнә. Көрәш залы тренеры Зиннур Әминев белдереүенсә, бындай махсус объект районда беренселәрҙән булып Бүребайҙа асылыуы менән дә әһә­миәтле, сөнки мәктәп ҙур, уҡыусылар күп, шуға күрә сәләмәт тормошто, спортты яратҡан балаларҙың иҫәбе-һаны юҡ.

Әйткәндәй, бүребайҙарҙың ҡы­уанысын уртаҡлашырға Яңы Ергән мәктәбенең XI класс уҡыусыһы, Рәсәй буйынса ике тапҡыр чемпион Никита Сабин килеп, тиҫтерҙәренә көрәш алымдарын күрһәткән.

Хәйбуллалар элек-электән милли көрәште үҙ итә, райондың үҙенең бил бирмәҫ батырҙары байтаҡ. Шундай бәһлеүәндәрҙең береһе, тирә-яҡта киң билдәле көрәшсе Ғаззали батыр Үтәшев исемендәге призға йыл һайын көрәш бәйгеһе үткәрелә.

Бөгөн төбәктә бил бирмәҫ батырҙарҙы тәрбиәләү, уларҙы район, төбәк, республика, Рәсәй һәм донъя кимәленә сығарыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Тиҙҙән шахтерҙар төбәге Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу ком­плексының сафҡа инеүе көтөлә. Тимәк, ошо ер киләсәктә яңы батырҙар тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерер, йәш чемпиондар үҫтерер тигән ышаныс ныҡ.
Читайте нас: