Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2020, 13:05

Кәсепсе оҫталар исемлеге төҙөлә

Был хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Республика Халыҡ-художество кәсептәре үҙәге кәсепсе оҫталарҙың һәм предприятиеларҙың каталогын төҙөргә йыйына. Был хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
БР Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡтың Халыҡ кәсебе, кәсепселек эшмәкәрлеге, ауыл һәм экология туризмы үҙәге халыҡ кәсебе менән шөғөлләнгән оҫталар һәм предприятиелар тураһында белешмә туплай башлаған. Был эш Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамында атҡарыла. Каталогҡа оҫталарҙың шөғөлө, улар менән бәйләнешкә инеү юлдары һәм эшләп сығарған продукция төрө хаҡында мәғлүмәт биреләсәк.
Был тупланма республика халҡына һәм ситтән килгәндәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған тауарҙарҙы табырға, социаль селтәрҙәр аша онлайн рәүештә уларҙы ҡарап сығырға, оҡшаған хәлдә шунда уҡ заказ ҡалдырырға форсат тыуҙырыр, тип көтөлә.
Каталогтың оҫталар өсөн файҙалы тағы бер яғы шул: уларға бер-береһе менән танышырға, бәйләнештәр тыуҙырырға мөмкинлек сыға.
Йыйынтыҡты төҙөү Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин инициативаһы менән барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың береһе – "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" буйынса бойомға ашырыла.
Каталогҡа эләгер өсөн махсус форманы тултырырға кәрәк. Мәғлүмәтте 8 (347) 224-99-99 телефоны буйынса шылтыратып та асыҡларға мөмкин.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан.
Читайте нас: