Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Октябрь 2020, 13:40

“Еңеү аллеяһы”

26 сентябрҙә Ҡыҫынды ауылында “Еңеү аллеяһы” акцияһы уҙҙы.

1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеү өсөн халҡыбыҙ ҙур тырышлыҡ һалды, , тыуған еребеҙ ни тиклем һөйөү көсө менән һаҡлап ҡалынды, үҙаллылыҡҡа хоҡуғыбыҙ ниндәй ауырлыҡтар аша яулап алынды. Беҙгә тыныслыҡ, яҡты тормош, ирек бүләк иткән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын һис оноторға тейеш түгелбеҙ.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы дәһшәтле яу юлдарын үткән яҡташтарыбыҙ иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында 26 сентябрҙә Ҡыҫынды ауылында “Еңеү аллеяһы” акцияһы уҙҙы. Уҡыусылар, ирекмәндәр, мәктәп һәм клуб хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы берҙәм көс менән мәҙәниәт йорто ихатаһында, шулай уҡ Ҡыҫындыға ингән урында 50 төп ылыҫ ағасы үҫентеләре ултыртты.
Үҫеп килгән быуын хәрби тарих нигеҙендә халҡыбыҙҙың хеҙмәт һәм һуғыштағы ҡаһарманлығы хаҡында белә, ата-бабаларыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы өлгөһөндә Ватаныбыҙға эскеһеҙ хеҙмәт итергә өйрәнә, уны һаҡлауға әҙер булып үҫә. Йылдар үтеү менән йәш үҫентеләр ҙур һәм матур ағастарға әүерелер. Мәғрур һындарҙай теҙелеп, Тыуған илебеҙҙең ирке һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғүмерен аямаған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген һаҡлар.
Раушан Хазиәхмәтов.
Ҡыҫынды ауылы.
Читайте нас: