Беҙ, Тәүәкәс ауылының хеҙмәт ветерандары, Г.Фәйрүзова, Н.Вәлиева, М.Ишмөхәмәтова, Р.Камалетдинова, Н.Сәғәҙәтова, Н.Юлмөхәмәтова, Р.Ғәббәсова бынан биш йыл элек ағинәйҙәр төркөмө төҙөп, төрлө саралар, концерттар менән үҙебеҙҙә, районыбыҙ ауылдарына йөрөп сығыш яһаныҡ, байтаҡ осрашыуҙар үткәрҙек. Мәҙәни саралар ойоштороусы Г.Бәҙрәнова менән берлектә байрам сараларының уртаһында ҡайнаныҡ. “Ҡорама байрамы”, бер нисә йыл рәттән “Сәскә байрамы”, ҡул эштәренә арналған “Һөнәрленең ҡулы алтын” исемле кисәләр күңелдәрҙә йылы иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Һуңғыһында “Киске Өфө” баҫмаһы мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның, күрше Ҡырмыҫҡалы районы ағинәйҙәре етәксеһенең ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Бынан тыш, “Ҡоймаҡ байрамы”, “Милли күлдәк”, “Кис ултырыу”, “Ижади кисә” кеүек күп кенә осрашыуҙар үҙенсәлеклеге менән айырылып торҙо.
Ағинәйҙәребеҙ араһында үҙешмәкәр шағирәләр ҙә бар. Мәҫәлән, Гөлирә Фәйрүзова, Роза Ғәббәсова, Нәсимә Юлмөхәмәтова шиғри шәлкемдәре менән һәр саҡ сығыш яһай. Китапханасы Г.Ташбулатова һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Аҫылбаева етәкселегендә күренекле әҙиптәребеҙ М.Аҡмулла, М.Кәрим, М.Ғафури, А.Пушкинға арналған әҙәби кисәләрҙә уҡыусыларҙы үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ Архангел үҙәкләштерелгән китапханаһы тарафынан уҙғарылған шиғиәт бәйгеләрендә лә әүҙем ҡатнашып, йыш ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр.
Роза Юлмөхәмәт ҡыҙын былтыр ололар көнө уңайынан Рәми Ғарипов гимназияһы уҡыусылары менән осрашыуға саҡырҙылар. Дәреслектәге шиғырҙың авторы булараҡ 136-сы лицейға асыҡ дәрескә йыйылған башҡорт теле уҡытыусылары алдында ла сығыш яһаны ул.
Тәүәкәс ағинәйҙәре һәр саҡ әүҙем тормош алып бара. Улар “Аҡ тирмә”, “Әлләсе” уйындарында ла ҡатнашып, маһирлыҡтарын күрһәтте. Йыл һайын район мәҙәниәт йортонда үткән “Мәүлит кисе”нән, “Яратам һине, тормош” бәйгеһенән дә ситтә ҡалмайҙар, мөнәжәттәр, йырҙар, шиғырҙар башҡаралар.
Һуңғы осорҙа хәүефле короновирус ҡына эште бер аҙ туҡтатты. Оло йәштә булғанға күрә, уларға осрашыуҙарҙы сикләргә тура килде. Әммә телефон аша үҙ-ара бәйләнеште өҙмәйҙәр, киләсәккә яңы пландар ҡоралар, үҙенсәлекле идеялар менән янып йәшәйҙәр.