Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Сентябрь 2020, 16:47

Ҡаҙ үрсетеү отошло

Районда һәр башланғыс хуплау ала

Ауыл кешеһен шәхси хужалыҡһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек мал, ҡош-ҡорт тотоу ҡиммәткә төшә, сығымдарҙы аҡламай тигән фекерҙә күптәр боронғо кәсепте ташлап та ҡуйҙы. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы арала ауыл халҡы араһында ҡош-ҡорт үрсетеү, айырыуса ҡаҙ аҫрау киң таралды.
Бөгөн ауыл эшҡыуарына, ниндәй генә тармаҡҡа тотонмаһын, дәүләт һәм район тарафынан тейешле ярҙам күрһәтелә. Теләгең генә булһын!
Үткән аҙналағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Артур Солтанов һәм Джамал Ағабаевтың Ҡыҫынды ауылында ҡаҙ үрсетеү тураһындағы инвестицион проекттары тикшерелде. Уларҙың был ниәттәре бик отошло, сөнки ҡаҙ ите, майы, мамығы халыҡ араһында һәр ваҡыт киң һорау менән ҡулланылына.
Эшлекле һөйләшеү һуңында эшҡыуарҙарға БР Ауыл хужалығы министрлығынан башланғыс өсөн грант алыуға тейешле документтарҙы йыйнарға ярҙам итеү ҡаралды, урынлы кәңәштәр бирелде.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: