Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Сентябрь 2020, 14:20

Һайлау тураһында онотмағыҙ!

Ағымдағы йыл беҙҙең республика өсөн күп һанлы муниципаль һайлау кампаниялары үткәреү менән әһәмиәтле.

Атап әйткәндә, Өфө һәм Межгорье ҡалаларынан тыш, барлыҡ ҡала округтарында, муниципаль райондарҙа, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайланасаҡ. Урындағы һайлауҙа 1760 мандат алмаштырыласаҡ, шуларҙың яртыһынан күбеһе муниципаль район Советтары депутаттарын һайлауға тура килә. Бынан тыш, Өфөнөң Совет районы халҡы 14 һанлы Новиков округы, ә Белорет районы һәм Межгорье ҡалаһы һайлаусылары - 35 һанлы Металлургия округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа ҡатнашасаҡ.
Барлыҡ кимәл һайлауҙа 4799 кеше кандидатураһын күрһәтте, шуларҙан 4419 кандидат теркәлгән. Теркәлгән кандидаттарҙың яҡынса 20 проценты үҙ-үҙен күрһәтеү тәртибендә һайлауҙа ҡатнаша, ҡалғандары ун сәйәси партияны күрһәтә.
Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районы территорияһында 33 һайлау участкаһында ағымдағы йылдың 13 сентябрендә шулай уҡ 15 бер мандатлы һайлау округтары буйынса бишенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район Советына депутаттар һайлау үтәсәк. Бынан тыш, Аллағыуат ауыл Советы ауыл биләмәһе халҡы 6 һанлы бер мандатлы һайлау округы буйынса Аллағыуат ауыл Советы ауыл биләмәһе Советына депутатты өҫтәмә һайлауҙа ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район Советы депутаттарын һайлауға 40 кеше үҙ кандидатураһын күрһәтте, шуларҙың 39-ы теркәлгән кандидат. Үҙ-үҙеңде күрһәтеү тәртибендә һайлауҙа 12 теркәлгән кандидат ҡатнаша, ҡалғандары дүрт сәйәси партияны күрһәтә - был "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, "РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ" сәйәси партияһы, ЛДПР сәйәси партияһы - Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы һәм "Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы".
Ағымдағы йылда һайлау тураһында законға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде, улар шул иҫәптән тауыш биреүҙе ойоштороуға ҡағылды. Улар граждандарҙың ихтыярын белдереү, пандемия шарттарында граждандарҙың хәүефһеҙ сәләмәтлеген тәьмин итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр һәм һәйбәт шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Мәҫәлән, беҙҙең практикала алдан тауыш биреүҙең яңы формаһы барлыҡҡа килде - өйҙә, өй алды территорияларында һәм тауыш биреү өсөн биналар булмаған һәм транспорт йөрөшө ауыр булған ауылдарҙа һайлаусылар төркөмөнөң тауыш биреүе ойошторола. Уларҙы ҡулланыу тураһында ҡарарҙы һайлауҙы ойошторған комиссия сығара.
Яңылыҡтар менән бер рәттән һайлау процесында һайлаусыларға таныш булған тауыш биреү ысулдары ла эшләүен дауам итә. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы территорияһында "Мобиль һайлаусы" системаһынан Дәүләт Йыйылышына, йәғни, Новиков һәм Металлургия бер мандатлы һайлау округтарында депутаттарҙы өҫтәмә һайлағанда файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ ошо һайлауҙарҙа һайлаусыларға Мәскәү ҡалаһында һанлы участкаларҙа тауыш биреү мөмкинлеге бирелә.
13 сентябрҙә һайлау көнөндә үҙҙәренең һайлау участкаһына һайлауға килә алмаған башҡа һайлаусыларға һайлау тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексы нормаларына ярашлы, алдан тауыш биреү мөмкинлеге бирелә. Был хоҡуҡтан тейешле сәбәптәр - отпуск, командировка, сәләмәтлек торошо, хеҙмәт йәки уҡыу эшмәкәрлеге режимы булған осраҡта файҙаланырға мөмкин. Алдан тауыш биргән һайлаусы участка һайлау комиссияһына ғариза тапшыра һәм унда алдан тауыш биреү сәбәбен күрһәтә. Алдан тауыш биреү 2 сентябрҙән 12 сентябргә тиклем тейешле участка комиссияһы бинаһында үткәрелә.
Территориаль һайлау комиссияһы ҡарары булған осраҡта, һайлаусылар алдан тауыш биреүҙе ойоштороуҙың өҫтәмә формаларынан файҙаланып, 11 һәм 12 сентябрҙә алдан тауыш бирә ала.
Бындай ҡарар түбәндәге тауыш биреүҙе ойоштороуҙың өҫтәмә формаларын ҡулланып, Стәрлебаш районында 2020 йылдың 11-12 сентябрендә урындағы ваҡыт менән 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем алдан тауыш биреүҙе үткәреү тураһында Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының Территориаль һайлау комиссияһы тарафынан ҡабул ителде:
а) тауыш биреү өсөн бинала алдан тауыш биреү;
б) тауыш биреү өсөн бинанан тыш алдан тауыш биреү.
Әлеге ваҡытта коронавирусҡа арҡаһында барлыҡҡа килгән эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле, һайлау комиссиялары тарафынан берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек һәм уның үткәргәндә инфекция таралыу хәүефенә юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ саралар күреләсәк: тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың температураһын үлсәү, ҡулдарҙы дезинфекциялау, санитар дисциплинаны һаҡлау өсөн махсус күрһәткес линиялар, дезинфекция шыйыҡлыҡтары менән өҫтәлдәрҙе, әйберҙәрҙе эшкәртеү, бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткәләр, комиссия ағзалары өсөн экрандар һ.б.
13 сентябрҙә берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса 8 (347) 280-95-06, 8 (347) 280-96-34 ҡыҙыу линия телефондары буйынса Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларынан һәм уның аппараты хеҙмәткәрҙәренән консультация алырға мөмкин. Шулай уҡ 8-800-20000-20 телефоны буйынса Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәт-белешмә үҙәгенең күп каналлы телефоны эшләй.
Һайлау кампаниялары тураһында барлыҡ кәрәкле мәғлүмәт БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында "Һайлау-2020" бүлегендә, шулай уҡ Facebook, Бәйләнештә һәм Одноклассники социаль селтәрҙәрендә комиссияның битендә урынлаштырылған.
Материал Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренконың республика гәзиттәренә интервьюһы нигеҙендә әҙерләнде.
Читайте нас: