Инйәр
+29 °С
Облачно
Общие статьи
2 Сентября 2020, 07:35
Сара дауам итә: ситтә ҡалмағыҙ
Ағымдағы йылдың 1 июленән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” мәрхәмәтлек акцияһына старт бирелгәйне.
Сара сиктәрендә мохтажлыҡ кисереүсе, ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары (дәфтәрҙәр, ручкалар, буяу ҡәләмдәре, төҫлө ҡағыҙҙар һәм башҡалар) йыйыу ойошторолдо. “Архангельский вестник”, “Инйәр” редакциялары, “Ангел-подорожник” хәйриә фонды Баҡалды ауыл хакимиәте акцияла ҡатнашырға ихлас теләк белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара 31 авгусҡа тиклем дауам итә, уҡыу кәрәк-яраҡтарын килтереүселәрҙе Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” район-ара үҙәгенең урындағы бүлеге бинаһында көтәбеҙ. Һорауҙар менән 2-26-74 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Һәр килтерелгән әйбер махсус журналда теркәлеп бара. Унда тупланған мәктәп әйберҙәре ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға тапшырыласаҡ.
Елена Швейкина,
“Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур