Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Сентябрь 2020, 18:25

Берҙәм эш берәгәйле булыр

2020 йылда районда урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса тағы ла бер проект тормошҡа ашырыласаҡ.

Ул “Ҡәберлектәрҙе кәртәләү” тип билдәләнде һәм Краснокуртовка ауыл биләмәһенең Сәғит ауылында башҡарыласаҡ. Был турала район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары Любовь Губачева гәзиттә яҙып сығарған ине. Мәғлүм булыуынса, “үткән йылдың декабрь айында граждандар йыйылышында ошо проект һайланылған. Ул республика кимәлендәге һайлап алыу конкурсын үткән”.
Проекттың дөйөм суммаһы 746930 һум тәшкил итә. Ауыл биләмәһе халҡы 55 мең һумдан артыҡ аҡсаны үҙе йыйған, шундай уҡ күләмдәге аҡсаны урындағы иғәнәсе Ринат Ниғәмәтйәнов биргән һәм ауыл биләмәһе ҡаҙнаһынан 83 мең һум аҡса бүленгән. Республика ярҙамы 553230 һумдан тора. Әлеге мәлдә конкурс талаптарына яраҡшы саралар алып барыла.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: