Был көндө ярышыусылар — спортсылар ғына түгел, әүҙем сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусылар ҙа үҙҙәренең физик әҙерлектәрен яҡшыртты, сабырлыҡта һынау үтте, көс һәм дәрт өҫтәне. Спорт һөйөүселәрҙең ярыш майҙанына күп йыйылыуы ла ҙур мәртәбә ине. Физкультура күмәк бәйгене аңлата, был көндө һәр кем билдәләй ала. Спортты һәр кеше үҙенсә ҡабул итә: һәүәҫкәрҙәр өсөн күңел асыу, сәләмәтлек булһа, һөнәрмәндәргә — йәшәү рәүеше, ихтыяр, рух көсө, характер, һөҙөмтәгә ирешеү теләге.
Сара, шулай уҡ, COVID — 19 пандемияһы осоронда оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам күрһәткән ирекмәндәргә лә бағышланды. Лайыҡлыларға республика һәм муниципаль кимәлдә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бынан тыш, физкультурниктар көнөнә арналған футбол турнирына йомғаҡ яһалды.
Бәйгеселәр шахмат, баскетбол, уҡтан атыу һәм башҡа ярыш төрҙәрендә көс һынашты, ҡурсаҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ серҙәрен үҙләштерҙе.
Һәр бәйге ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы. Шәхси беренселектә үҙҙәренең һәләтен асырға теләүселәр ҙә байтаҡ ине. Көйәрмәндәр үҙҙәренең спортсыларын дәртләндерҙе. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ярыш ҡомары, еңеү яулау теләге менән янды, уға өлгәшеү өсөн бөтөн тырышлығын һалды.