Инйәр
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Сентябрь 2020, 12:00

Әҙерлек тамамланыуға яҡынлашты

Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтөүе тауыш биреүселәргә бәйле.

Архангел районының Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Фәйез Фәтих улы Йортомбаев:
  • Берҙәм тауыш биреүҙәр көнө 2020 йылдың 13 сентябрендә үтәсәк һайлауҙарға әҙерлек тамамланыуға яҡынлашты. Был көндә Башҡортостан Республикаһы буйынса 205 һайлау кампанияһы, беҙҙә муниципаль район Советына депутаттар һәм Инйәр ауыл биләмәһе ауыл советына өҫтәлмә һайлауҙар уҙасаҡ. Территориаль һайлау комиссияһының эш планына ярашлы, барлыҡ саралар ҙа башҡарылды. Һайлау округтары буйынса икенән дүрткә тиклем кандидат теркәлгән. Һайлауҙар тураһындағы ҡануниәт сиктәрендә улар үҙҙәренә беркетелгән округтарҙа агитация эштәре алып бара.
  • Бөгөн һайлау комиссиялары һайлауҙарҙы уҙғарыуға тулыһынса әҙер, бөтә мөһим ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Короновирус инфекцияһы (COVID- 19) таралыу хәүефенә бәйле, участка комиссияһы ағзалары ҡулдарҙы һәм тауыш биреүҙәр биналарын дезинфекциялау өсөн етерлек кимәлдә зарарһыҙландырыу саралары, бәйләнешһеҙ термометрҙар, бер тапҡыр ҡулланылыусы битлектәр һәм бирсәткәләр, һаҡлау экрандары менән тәьмин ителәсәк. Һайлау участкаһына барырға йыйынған тауыш биреүселәргә үҙҙәре менән паспорт һәм мотлаҡ рәүештә битлек, бирсәткә алырға, башҡаларҙан 1,5 — 2 метрҙан кәм булмаған хәүефһеҙ арауыҡты күҙәтергә кәңәш бирәбеҙ.
    Бөтәһе 33 һайлау участкаһы һәм тауыш биреүселәргә уңайлылыҡ тыуҙырыу маҡсатында Максим Горький ауылындағы ҡарттар йорто бинаһында ваҡытлыса ойошторолған бер участка эшләйәсәк.
    Әлеге мәлдә участка комиссияһы ағзалары бурыстарын башҡарырға әҙер: үҙҙәренә беркетелгән урамдар буйлап һәр йортҡа инеп, кешеләрҙең исемлеген дөрөҫләй, халыҡты һайлау көнөндә гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡыра, өйҙә тауыш биреү өсөн инвалидтарҙан һәм оло граждандарҙан ғаризалар ҡабул итеү менән мәшғүл.
    Тауыш биреүҙәр көнөндә дауаланыу йәки башҡа сәбәп арҡаһында райондан ситкә китергә йыйыныусыларға алдан һайлау мөмкинлеге бар. Бының өсөн һайлау участкаһына килеп ғариза яҙырға һәм тауыш бирергә кәрәк. Һайлау бюллетене тауыш биреүҙәр көнөнә тиклем йәбештерелгән конвертта һаҡланасаҡ һәм һайлау көнөндә тауыш биреүҙәр йәшнигенә төшөрөләсәк.
    Һайлау көнөндә Мағаш, Беларус-Александровка, Ҡыҙылъяр, Баҫыу, Яңы Устиновка, Карташевка, Ҡыҙыл Ырғыҙлы, Яңы Шишмә ауылдарынан тауыш биреүселәрҙе һайлау участкаһына килтереү планлаштырыла. Участка һайлау комиссияһы ағзалары, графикка ярашлы, килә алмаған тауыш биреүселәрҙең өйҙәренә йөрөүҙе ойошторасаҡ. Шул уҡ мәлдә санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тулыһынса күҙ уңында тотола.
    13 сентябрҙә бөтә участкалар иртәнге сәғәт 7.00-нән киске 21.00-гә тиклем эшләйәсәк, барыһында ла сауҙа нөктәләре, мөмкинлек булған урындарҙа өлкәндәр һәм балалар ҡатнашлығында концерт номерҙары, уҡыусыларҙың ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойоштороласаҡ, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк.
    Участка һайлау комиссиялары биналарын һаҡта тотоу өсөн урындағы полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәренән тыш, Өфө ҡалаһынан һәм Ҡырмыҫҡалы районынан ярҙамға килгән өҫтәлмә көстәр йәлеп ителәсәк.
    Тауыш биреүҙәр көнөндә һайлау участкаларында өҙлөкһөҙ эшләү мөмкинлеге булдырыу маҡсатында көс структуралары, энергетиктар һәм бәйләнеш белгестәре менән кәңәшмә уҙғарылды. Дөйөм алғанда, әҙерлек штаб режимында бара. Был һайлауҙарҙа республикабыҙҙың киләһе йылдарға закон сығарыу хөкүмәте формалашасаҡ. Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтөүе тауыш биреүселәргә бәйле. Мөмкинлектән файҙаланып, районыбыҙҙың һайлау системаһы исеменән үҙебеҙҙең тауыш биреүселәрҙе һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам.
    Рәғиҙә Ғиззәтуллина яҙып алды.
    Читайте нас: