Инйәр
+19 °С
Облачно
Общие статьи
18 Августа 2020, 07:50
“Иғтибар – балалар!” сараһы башланды
2020 йылдың 17 авгусынан 11 сентябргә тиклем Архангел районы территорияһында “Иғтибар — балалар!” профилактик сараһы уҙа.
Уның сиктәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балалар мәктәптән ҡайтҡан ваҡытта юлдарға йыш сығыуын күҙаллап, водителдәрҙе иғтибарлы булырға өйрәтә. Юл ҡазаларын иҫкәртеү — төп бурыс. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөтә белем биреү учреждениелары янында ЮХХДИ ныҡлы күҙәтеү ойошторған. Хеҙмәткәрҙәр бигерәк тә бәлиғ булмағандар тарафынан юл ҡағиҙәләрен боҙоуға иғтибарҙы көсәйтәсәк. Юл-транспорт йәрәхәттәрен иҫкәртеү Эске органдар эше генә түгел. Берҙәм көс менән һәләкәттәрҙе кәметә, балаларыбыҙҙы бәлә-ҡазаларға тарыуҙан һаҡлай алабыҙ.
Был эш “Иғтибар – балалар!” сараһы менән генә сикләнеп ҡалырға тейеш түгел. Иң мөһиме — ғаиләнән башлау, сөнки һәр йәйәүле бала ата-әсәһенән күргәнде үҙләштереүсән. ЮХХДИ органдары иһә юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүсе сараларҙы даими уҙғара. Операция барышында хеҙмәткәрҙәр айырыуса пассажирҙар йөрөтөү ҡағиҙәләренең күҙәтелеүен, шулай уҡ бәләкәстәр өсөн ултырғыстарҙың барлығын-юҡлығын тикшерәсәк. Тап 12 йәшкә тиклемгеләр өсөн тәғәйенләнгән ошо ҡоролманың булыуы, юл-транспорт ваҡиғаһында сабыйығыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ. Үкенескә күрә, күп кенә ата-әсә водителдәр креслоларҙың мөһимлеген аңламай, дөрөҫөрәге, балаларының һаулығына, ғүмеренә битараф. Дәүләт автоинспекцияһы бөтә водителдәрҙе юлдарҙа айырыуса иғтибарлы булырға өндәй.
Хөрмәтле ата-әсәләр, мәктәпкә илткән юл иң ҡыҫҡаһы һәм тиҙ барып етә торған булмаһа ла ярай, әммә балағыҙ өсөн мотлаҡ хәүефһеҙен һайлағыҙ. Һеҙҙең бурыс — бәләкәсегеҙ менән бергәләп шул арауыҡты уҙғанда бөтә осраҡтарҙы хәүефһеҙлек яғынан ныҡлап тикшерегеҙ. Маршруттың һәр аҙымын, һәр ҡатмарлылығын балаға аңлатып барығыҙ. Юл хәүефһеҙлеге балаларҙа тәртип ҡәғиҙәләрен формалаштырыуға бәйле.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды