Инйәр
+22 °С
Дождь
Общие статьи
14 Августа 2020, 08:15

Сирҙең еңел формалары үҫешә

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының симптомһыҙ һәм еңел формалары үҫеше күҙәтелә.

Был хаҡта "Роспотребнадзор"ҙың республика буйынса идараһы вәкиле Галина Пермина белдергән. Ауырыуҙарҙың 60 проценты — 40 йәштән 60-ҡа ҡәҙәр эшләүсе кешеләр. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда хәҙер коронавирус йоҡторған 7127 кеше иҫәпләнә. Һуңғы тәүлек эсендә улар 34 кешегә артҡан. Шуларҙың 2763-ө Өфөгә тура килә, 15-е уҙған тәүлектә теркәлгән. Төбәктә коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары бер тәүлек эсендә теркәлмәгән, үлеүселәр һаны элеккесә 25 кеше.
Читайте нас