Инйәр
+13 °С
Дождь
Общие статьи
14 Августа 2020, 08:20
Шәжәрәне нисек дөрөҫ төҙөргә?
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте
Үткән аҙнала район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең семинар – кәңәшмәһе уҙҙы. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илдус Сафин килеүселәрҙе сәләмләп сығыш яһағандан һуң, һүҙҙе мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәриә Мағазоваға бирҙе. Ул республика һәм район кимәлендәге конкурстар тураһында һөйләне. Артабан мәҙәни-ағартыу эштәре секторы мөдире Венер Монасипов райондың 90 йыллығы сиктәрендә иң яҡшы шәжәрә төҙөү буйынса иғлан ителгән конкурстың положениеһы менән таныштырҙы. Шәжәрәне нисек дөрөҫ төҙөргә, ниндәй ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тоторға һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индереү йәһәтенән кәңәшмәгә район “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе Зилә Фәйзуллина саҡырылды. Ул Табын ырыуының тарихын, ауылдарҙың килеп сығышын, быуындар ағасын өйрәнеүҙең һәм һаҡлауҙың әһәмиәтен бәйән итте.
Семинар барышында шәжәрә төҙөүгә миҫалдар сүрәтендә слайдтар күрһәтелде.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"