Инйәр
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2020, 14:00
Битараф ҡалмайыҡ
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан сираттағы “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы иғлан ителгәйне.
Уның маҡсаты — ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы яңы уҡыу йылына уңышлы әҙерләү өсөн гуманитар ярҙам йыйыу. Акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә.
Беҙҙең районда мәктәп кәрәк-яраҡтарын килтергән мәрхәмәтлек хәйриәһендә ҡатнашырға теләүселәрҙе Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” район-ара үҙәгенең урындағы бүлеге бинаһында көтөп ҡалабыҙ. Һорауҙар менән 2-26-74 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Кәнсә тауарҙары, яҙыу-һыҙыу, рәсем төшөрөү әйберҙәре, дәфтәрҙәр, балалар ижады йыйылмалары, портфелдәр, мәктәп формалары, уҡыу әсбаптары яҡшы хәлдә йәки яңы булырға тейеш. Был ярҙам инвалид, етем, ата – әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларға күрһәтелә. Әйберҙәр ай аҙағында таратып биреләсәк.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
30 Апрель 2025, 08:27
Республиканан ике проект яҡшылар иҫәбенә инде
Новости
29 Апрель 2025, 15:52
Янғын сығарһаң, штраф түләйәсәкһең
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"