Тарихҡа күҙ һалһаҡ, әлеге датаны билдәләү менән бәйле ике ваҡиға һаҡлана. Беренсеһе — Николай II хакимлыҡ иткән ваҡытта билдәләнгән 12 август көнө һәм икенсеһе Иосиф Сталин бойороғо буйынса — августың өсөнсө йәкшәмбеһе.
Бер быуаттан артыҡ ваҡыт эсендә Хәрби һауа көстәре оҙон һәм данлы юл үтте. Хәрби авиация үҙенең тарихында алдынғы авиация фәнен, техникала һәм ҡоралланыуҙа юғары ҡаҙаныштарҙы кәүҙәләндерә. Илебеҙ авиацияһының иң шәп вәкилдәре оҫталығы донъя күләмендә танылыу һәм юғары баһа алыуға иреште.
Хәҙерге ваҡытта авиация — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең илебеҙ хәүефһеҙлеген һәм мәнфәғәттәрен уның һауа киңлектәрендә һаҡлау өсөн билдәләнгән айырыуса тиҙ хәрәкәт итергә һәләтле һәм манёврҙарға бай төрө ул.
Хәрби авиация тарихы бөйөк Ватаныбыҙҙың батырҙарса үткәненән айырылғыһыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби осоусыларҙың батырлығы, авиация сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте ил йылъяҙмаларында алтын хәрефтәр менән уйылған.
Һуғыш михнәттәренең бөтә ауырлығын кисергән һәм хәрби анттарына, бурыстарына тоғро ҡалған ветеран фронтовиктар алдында баш эйәбеҙ. Рәсәйҙә хәрби авиация үҫешенә һәм камиллашыуына һиҙелерлек өлөш индергән авиатөҙөлөш предприятиеләрының күп һанлы коллективтарына рәхмәтлебеҙ.
Бөгөн хәрби осоусылар һәм штурмандар, авиация белгестәре Рәсәй армияһының иң яҡшы традицияларын дауам итеүселәр һәм лайыҡлы вариҫтары булып тора. Улар хәрби бурысын, Ватаныбыҙ именлеген, уның дәүләт ихтыяждарын һаҡлауҙа һәм халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәштә ауыр хеҙмәтте батырҙарса үтәй.