Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август 2020, 13:25

“Кесе Ватаныбыҙ — Архангел районына 90 йыл”

2020 йылдың 1 авгусынан 1 октябренә тиклем район мәҙәниәт йорто тарафынан “Кесе Ватаныбыҙ — Архангел районына 90 йыл” әҙәби-музыкаль смартмоб- конкурс уҙғарыла.

Положениеға ярашлы, бәйгелә районыбыҙҙа тыуған, ошо ерҙәрҙе төбәк иткән, нисә йәштә булыуына, әлеге мәлдә ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, барлыҡ теләк белдереүселәр ҡатнаша. Сараның асылында Архангел районына арналған тематика ята. Шуға күрә уның маҡсаты — интернет селтәре аша әҙәби үҫешкән, мәҙәни-ағартыу йәһәтенән үҙ-ара эшмәкәрлек алып барыу, кесе ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, илһөйәрлек тәрбиәләү, уның тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, олоһонда һәм кесеһендә әүҙем гражданлыҡ ҡарашын формалаштырыу.
Конкурста ҡатнашырға теләк белдергәндәр материалдарын положениела күрһәтелгән ваҡыт эсендә director.arh.rdk электрон почтаһына ебәрергә тейеш. Бәйге материалдары түбәндәге номинацияларҙа баһаланасаҡ:
  • тыуған яҡҡа арналған үҙегеҙҙең авторлыҡтағы халыҡ өлгөләрен тәҡдим итеү;
  • милли фольклор йәки билдәле авторҙарҙың ижади өлгөләре.
  • Халыҡ өлгөләре — йыр, бейеү, шиғыр, таҡмаҡ, нәҫер, әкиәт, мәҫәл, ҡобайыр, музыка ҡоралдары көйө.
    Конкурста ҡатнашыу бушлай. Комиссия материалдарҙың темаға тап килеүен, башҡарыу оҫталығын, үҙенсәлеклеген, идеяны тормошҡа ашырыуҙа техник оҫталыҡты, биҙәү эстетикаһын һәм дизайнды иҫәпкә алып, баһа (10 балға тиклем) ҡуясаҡ. Еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар, рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк. Йыйылған материалдар районыбыҙҙың юбилейына ҡарата журнал рәүешендә нәшер ителәсәк.
    Бәйгене ойоштороусылар конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙе учреждениеның бәйләнеш селтәрҙәренә һәм рәсми сайтына урынлаштырырға, асыҡ сараларҙа күрһәтергә, киң матбуғат сараларында баҫтырырға хоҡуҡлы.
    Бәйгегә ҡағылышылы һорауҙар буйынса 8(347) 2-12-52 телефонына шылтыратырға мөмкин.
    Читайте нас: