Инйәр
+18 °С
Ясно
Общие статьи
5 Августа 2020, 08:25
Мәғлүмәт биреү мөҙәте оҙайтылды
Ағымдағы йылдың 31 октябренә тиклем эш биреүселәр эшселәренә хеҙмәт кенәгәһе формаһын һайлау һәм йыл аҙағына ҡәҙәр элеккеһен ҡалдырыу йәки электрон ысулына күсеү буйынса ғариза яҙыу хоҡуғы тураһында аңлатырға бурыслы.
Элекке дата күпселек ойошмаларҙың оҙайлы рәүештә өйҙән тороп эшләү режимында булыуына бәйле күсерелде. Хеҙмәт ҡануниәтендәге ошо йүнәлештәге үҙгәрештәр буйынса эш биреүсе һәр хеҙмәткәрен яҙма рәүештә белдереү яһарға тейеш.
Эшселәрҙең хеҙмәт эшмәкәрлеге хаҡында белешмәләр электрон ысулда ебәрелә. Әлеге мәлдә республиканың 31 меңдән ашыу эш биреүсеһе РФ Пенсия фондына 537 меңдән күберәк кешегә белешмә тапшырҙы. Мәғлүмәтте ойошмалар гражданда эшкә ҡабул иткәндә йә бушатҡанда, икенсе вазифаға күсереү осрағында, йәиһә эшсе хеҙмәт кенәгәһе формаһын һайлаған саҡтағына биреү мөһим.
РФ Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, республиканың 199484 эшләүсе кешеһе хеҙмәт кенәгәһенең ҡағыҙ формаһын һайлаһа, 22172-һе электрон ысулына күсеүгә ғариза яҙған. Электрон хеҙмәт кенәгәһе өсөн белешмәләрҙе бөтә кампаниялар һәм эшҡыуарҙар тапшыра, ә үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәр хеҙмәт эшмәкәрлектәре хаҡында иҫәп-хисап яһамай.
Ойошма етәкселәре һәм кадрҙар мәсьәләһе буйынса яуаплы белгестәр килеп тыуған һорауҙары менән район Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итә ала. Белешмәләр өсөн 8(34774)2-17-74 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Александр Комзалов,
район Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур