Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Август 2020, 12:10

Ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр

Районыбыҙ территорияһында эшләп килгән Приуралье тимер юл станцияһы коллективы, замана шауҡымына ҡарамай, әүәлгесә тырышып, дәртләнеп эшләй.

Ҡайһы заманды ғына алһаң да, тимер юлы иң уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорт төрө булып ҡала. Йәмғиәттең социаль-иҡтисади үҫеше лә тимер юлдарҙың тотороҡло эшләүенә тығыҙ бәйләнгән. Ҡорос магистралдәр хәҙерге шарттарҙа ла транспорттың киң ҡулланылған һәм арзан төрҙәренең береһе булып ҡала. Иң күп йөк ташыу әйләнеше ошо транспортҡа тура килһә, пассажирҙар йөрөтөү автомобиль транспортынан ғына ҡалыша. Тимер юл транспортының тотороҡло эшләүе беҙҙең республика өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Тимер юл хеҙмәте менән Башҡортостан халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтары ла файҙалана.
Районыбыҙ территорияһында эшләп килгән Приуралье тимер юл станцияһы коллективы, замана шауҡымына ҡарамай, әүәлгесә тырышып, дәртләнеп эшләй. Был станцияның начальнигы, ошо өлкәгә 28 йыл ғүмерен бағышлаған гүзәл ханым, Дилара Сөләймәнова. Ул сығышы менән Ғафури районынан. Ата-әсәһе Ҡарламанға күсеп килгәндән һуң, урындағы мәктәптә 1-се класҡа уҡырға бара. Белем алған йылдарында тимер юлы станцияһына экскурсияға йөрөйҙәр һәм ҡыҙға пультҡа баҫыу, сигналдарҙы асып, поездарҙы үткәреү оҡшай. Өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас, күп уйлап тормай, Өфө тимер юлы техникумына уҡырға инә. Артабан 1992 йылда Равтау станцияһы буйынса дежурный булып хеҙмәт юлын башлай. Эшенә яуаплы ҡараған белгесте иғтибар үҙәгенә алалар: 26 йәшендә ул начальник итеп тәғәйенләнә. Һуңғы 11 йылда Приуралье станцияһында начальник бурысын атҡара. Хеҙмәт дәүерендә байтаҡ йәш белгестәргә һөнәр нескәлектәрен өйрәткән — Дилара Ғәфүр ҡыҙы иң яҡшы наставниктарҙан һанала. Уның ҡулында практика үтеүселәр хәҙер тимер юлы селтәренең төрлө мөйөштәрендә эшләй.
  • Тимер юлсыларҙың эше яуаплы ла, ауыр ҙа булыуы һәр кемгә билдәле. Шуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәргә тырышабыҙ. Тәү сиратта был, әлбиттә, пассажир һәм йөк ташыу поездарының хәүефһеҙ һәм тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәтен тәьмин итеү. Икенсенән, дөйөм һәм дөйөм булмаған ҡулланылыштағы поездарҙы юлға ҡуйыу һәм таҙартыу буйынса производство-маневр эштәрен уҙғарыу. Шуға күрә беҙҙең тимер юл станцияһында төрлө һөнәр эйәләре: юлсы, электрик, механик, энергетик, элемтәсе, юл монтерҙары кеүектәр бар. Билеттарҙы вагонда ҡулаҡсаға ла, карта менән дә, почтала йәки Интернет аша бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ алырға мөмкин.
  • Форсаттан файҙаланып, пассажирҙарға уңайлы ла, осһоҙ ҙа тимер юл транспорты барлығын онотмауҙарын, уның менән йышыраҡ файҙаланыуҙарын теләйем. Ә инде коллективты һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эштәрендә ҙур уңыштар теләйем, — тип эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы етәксе.
    Эйе, тимер юлсы тигән яуаплы һәм хәүефле һөнәр артында бѳтә коллективтың намыҫлы хеҙмәте ята. Тимер юлында тотҡарлыҡтар, өҙөклөктәр, авариялар булмаһын өсөн һәр хеҙмәткәр бар көсөн, тырышлығын һалып эшләй. Уйлап ҡараһаң, сәфәребеҙҙең уңышлы үтеүе ниндәйҙер кимәлдә ябай ғына тойолған билет кассирының эшенән дә тора. Уларҙың һѳнәри оҫталығы, шулай уҡ мөнәсәбәте беҙҙе юл буйы оҙатып йөрөйәсәк. Һөнәри байрамдары уңайынан тимер юлсыларға ауыр һәм тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
    Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
    Читайте нас: