Инйәр
+20 °С
Дождь
Общие статьи
4 Августа 2020, 07:00
Ғариза яҙырға мөмкин
Социаль хеҙмәтләндереүҙәргә хоҡуҡтары булған федераль льготниктарға ғариза тапшырырға мөмкин
Социаль хеҙмәтләндереүҙәргә хоҡуҡтары булған федераль льготниктарға (Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, блокадасылар, инвалидтар, шул иҫәптән инвалид-балалар һәм башҡалар) ағымдағы йылдың 1 октябренән ярҙам төрҙәре йыйылмаһынан, йәки уларҙың бер өлөшөнән баш тартыуы, йәиһә уны әйберләтә алыуҙы тергеҙеүе хаҡында ғариза тапшырырға мөмкин.
Ғәмәлдәге законға ярашлы элекке ҡарарҙа үҙгәрештәр булған осраҡта ғына Пенсия фонды идаралығына ғариза биреү мөһим. Күп функциялы үҙәк аша ла мөрәжәғәт итергә була.
Әлеге мәлдә социаль хеҙмәтләндереүҙәр хаҡы — айына 1155,06 руб һум, шул иҫәптән:
889,66 һум — мөһим дауалау препараттары менән тәьмин итеүгә,
137,63 һум — шифахана-курортта дауаланыу өсөн юлламаға,
127,77 һум — дауалау урынына барыуға һәм унан ҡайтыу өсөн ҡала яны тимер юлы, шулай уҡ ҡала-ара транспорттарында бушлай йөрөүгә.
Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә республикала 309 мең льготник йәшәй. Шуларҙың 90 проценты хеҙмәттәрҙе аҡсалата алырға теләк белдергән. Айлыҡ социаль түләүҙәрҙе финанслау өсөн сығымдар йылына 8,8 миллиард һум тәшкил итәсәк
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"