Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август 2020, 15:55

Иҫәп яҙыуын өйҙән генә раҫларға мөмкин

Пенсия фондының күп кенә хеҙмәттәрен идаралыҡҡа бармайынса ла алырға була: www.pfrf.ru сайтындағы шәхси кабинет һәм www.gosuslugi.ru дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында.

Электрон хеҙмәттәр менән файҙаланыу өсөн идентификация һәм аутентификацияның берҙәм системаһында (ЕСИА) иҫәп яҙыуын раҫлау мөһим. Шул уҡ мәлдә уны шәхсән рәүештә йәки ситтән тороп та раҫлау мөмкинлеге бар:
-онлайн-банктар аша — Һаҡлыҡ банкы, Тинькофф, Почта банктарының мобиль ҡушымталарын һәм веб-ысулдарын ҡулланып;
- хеҙмәтләндереү үҙәктәренең береһенә, шул иҫәптән Пенсия фонды һәм күп функциялы үҙәк идаралыҡтарына паспорт, СНИЛС-ығыҙ менән шәхсән килеп;
- Рәсәй почтаһы ярҙамында шәхесте раҫлау кодына ғариза ебәреп.
Дәүләт хеҙмәттәре порталында нисек теркәлеү, иҫәп яҙыуын ҡайҙа һәм ни рәүешле раҫлау тураһында мәғлүмәт http://gosuslugi.ru/help/faq/c-1 порталында урынлашҡан.
Өс йәшкә һәм өс йәштән ун алты йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр алыу өсөн ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза тапшырыу талап ителә.
Читайте нас: