Әлеге мәлдә килеп тыуған эпидемиологик хәлгә бәйле, дәүләт хеҙмәттәрен алыуға шәхси кабинет, шулай уҡ “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары аша мөрәжәғәт итеү ҡулайлы ысулдарҙан һанала. Дөйөм характерҙағынан тыш, клиенттар хеҙмәте бүлмәһенә килмәйенсә үҙегеҙҙең түләүҙәргә йәиһә шәхси иҫәпкә ҡағылған материалдар буйынса консультация ярҙамын алыу өсөн “код һүҙе” ҡуйырға кәрәк. Был Пенсия фонды дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыусыларҙың барыһына ла ҡағыла. Бының өсөн Пенсия фондының рәсми сайтындағы (
www.pfrf.ru) граждандың шәхси кабинетында (“Ҡулланыусы профиле”) “код һүҙе”н күрһәтеү мөмкинлеге тормошҡа ашырыла. Телефон аша консультация алғанда шәхесен раҫлау йәһәтенән граждан уны билдәләп ҡуя. Кәрәк ваҡытта ошонда уҡ һүҙҙе алыштырырға мөмкин. “Код һүҙе”нең мөҙәте граждандың теләгән мәлендә уны үҙгәртеүгә йәки юҡ итеүгә бәйле. Телефон аша мөрәжәғәт иткәндә идаралыҡ белгесе шылтыратыусының шәхесен билдәләү маҡсатында түбәндәге белешмәләрҙе тикшерә: исем- фамилияһын, атаһының исемен, шәхесте раҫлаусы документтарҙағы мәғлүмәтте, “код һүҙе”н.