Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Август 2020, 15:10

Бәйләнеш хеҙмәттәре

Көндәлек тормошобоҙҙо бәйләнеш селтәрҙәренән тыш күҙ алдына килтереп булмай.

Ошоға бәйле хеҙмәттәрҙе тәҡдим итеүсе ойошмалар араһында көнәркәшлек тә үҫешә. Уларҙың һаны бер туҡтауһыҙ арта, һәр ҡайһыһы түбән хаҡтар, акциялар менән ылыҡтыра, был, әлбиттә, үҙҙәренең ҡулланыусыларын йәлеп итеү йәһәтенән эшләнә. Шуға күрә был өлкәлә хоҡуҡи мөнәсәбәттәр айырыуса үҙенсәлеккә эйә һәм тәү сиратта ҡулланыусы мәнфәғәтен күҙәтеүҙе күҙ уңында тота. Бәйләнеш хеҙмәттәре күрһәткәндә ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар осрай: мәҫәлән, килешеү төҙөгәндә тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт биреүҙә ҡулланыусының хоҡуғы боҙола, килешеүҙә ҡаралған срокта хеҙмәттәр күрһәтелмәй, тапшырылған мәғлүмәттең хәүефһеҙлеге, телефон һөйләшеүҙәренең һәм хәбәрҙәренең серен ситтәргә асыу, бәйләнеш хеҙмәттәре күрһәтеү шарттарынан тайпылыу, ҡулkаныусының суд яҡлауына хоҡуғын һанға һуҡмау.
“Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы законға ярашлы бәйләнеш хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса эшмәкәрлек лицензия нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Шуның өсөн бындай хеҙмәттәрҙән файҙаланыу тураһында килешеү төҙөрҙән алда уларҙың лицензияһы бармы-юҡмы икәнде белешеү мөһим.
Ҡулланыусы шулай уҡ баҙарҙа ҙур, тотороҡло һәм намыҫлы тип һаналған фирманы контрагент рәүешендә һайлап, үҙен үҙаллы яҡлай ала. Был саҡта ҡулланыусы хоҡуҡтарының боҙолоуынан бөтөнләй ҡотолорға мөмкин, ә кире осраҡта үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау күпкә еңелләшә, сөнки намыҫлы кампаниялар абруйҙарын өҫтөн күрә, белә күрә яуаплылыҡтан ҡасмай.
Бәйләнеш операторының бурыстары:- РФ ҡануниәтенә, башҡа хоҡуҡи акттарға, ғәмәлдәге ҡағиҙәгә, лицензия һәм килешеүҙәргә ярашлы абонентҡа телефон бәйләнеше хеҙмәттәре күрһәтергә;
  • бәйләнеш операторы асыҡлаған телефон менән файҙаланыуға ҡамасаулаусы боҙолоуҙарҙы ваҡытында бөтөрөү (йүнәтеү ваҡыты хаҡында мәғлүмәтте бәйләнеш операторының сайтында табырға мөмкин);
  • ҡулланыусының бурысын түләүенән йәки ошо хаҡта документтарҙы күрһәтеүенән һуң 3 көн эсендә телефон бәйләнеше кире тергеҙелә;
  • абонент талап итһә, телефон бәйләнеше хеҙмәттәре күрһәтеүгә бәйле өҫтәлмә белешмәләр бирелә;
  • аванс рәүешендә индерелгән аҡсаның тотонолғандан ҡалғаны килешеүҙе тарҡатҡандан һуң 30 көндән дә һуңламай ҡулланыусыға ҡайтарыла.
  • Киҫкен оператив хеҙмәттәрҙе (янғындан һаҡлау, полиция, тиҙ медицина ярҙамs, газ хеҙмәте һәм башҡалар) тәүлек әйләнәһенә саҡырырға мөмкин. Сит кешеләрҙең мутлыҡтарынан һаҡланыу һәм юғалтыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн абонент бәйләнеш операторын SIM-картаһын юғалтыуы хаҡында хәбәр итергә тейеш. Абонент үҙенең ризалығынан тыш телефон бәйләнеше хеҙмәттәре өсөн билдәләнгән хаҡты түләүҙән баш тартырға, телефон бәйләнеше хеҙмәттәре күрһәтелмәгән йәки сифатһыҙ булған осраҡта, түләнгән аҡсаны ҡайтанан иҫәпләтергә һәм тулыһынса ҡайтартырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ уның талабы нигеҙендә түләү башҡарылыуын, шул иҫәптән бәйләнеш ваҡытын, датаһын, оҙайлығын, абонент номерҙарын күрһәткән документ бирелә.
    Килешеүҙе тормошҡа ашырыу мәлендә операторҙарға асылған абоненттар, уларға күрһәтелгән бәйләнеш хеҙмәттәре сикләнгән мәғлүмәт булып һанала һәм РФ ҡануниәтенә ярашлы һаҡланырға тейеш. Абонент хаҡында белешмәләргә уның исем-шәрифтәре, псевдонимы, адрестары, абонент номерҙары һәм башҡа асыҡлыҡ индереүсе мәғлүмәттәр инә. Сит кешеләргә был мәғлүмәттәр абоненттың ризалығы буйынса ғына күрһәтелә.
    Виктор Пьянов,
    район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы.
    Читайте нас: