Инйәр
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август 2020, 11:20

“Бала сәләмәт булһын тиһәгеҙ, ғәҡиҡә ҡорбанын салығыҙ”

. “Ғәҡиҡә ҡорбаны нимәгә салына? Уны нисек итеп дөрөҫ салырға? Был мәжбүри ғәмәлме?” тигән йыш ишетеләгән һорауҙарға яуап табыу өсөн, беҙ “Зифа” мәсете имам-хатибы Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Бала тыуыу иң шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе. Бындай ҡыуаныс булғанда Рәсүлебеҙ (с.ғ.с.) яңы тыуған балаға сәләмәтлек иңдереү һәм шөкөр ҡылыу ниәте менән ҡорбан сала торған була. Әлеге ҡорбан салыу “ғәҡиҡә” тип атала. Был матур йола менән күптән таныш булһаҡ та, уның тураһында ишетеп белмәүселәр ҙә бар икән. “Ғәҡиҡә ҡорбаны нимәгә салына? Уны нисек итеп дөрөҫ салырға? Был мәжбүри ғәмәлме?” тигән йыш ишетеләгән һорауҙарға яуап табыу өсөн, беҙ “Зифа” мәсете имам-хатибы Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Фәнзил хәҙрәт, “ғәҡиҡә” һүҙенә асыҡлыҡ индерәйек әле. Ул нимәне аңлата?
  • Бисмилләһир-рахманир-рахим. Ғәҡиҡә — бала тыуғандан һуң салына торған ҡорбан. Асылда “ғәҡиҡә” һүҙе яңы тыуған баланың башындағы сәсен аңлата. Баланың сәсен ошо ҡорбанды салғандан һуң алғанға күрә, әлеге ҡорбан да “ғәҡиҡә ҡорбаны” тип аталған. Ғәҡиҡә ҡорбанын салып, мосолман кешеһе Аллаһыға шөкөр ҡыла һәм кешеләрҙе ошо шатлыҡлы ваҡиға уңайынан ҡунаҡ итә. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) ғәҡиҡә тураһында былай тип әйткән: “Бала сәләмәт булһын тиһәгеҙ, ҡыҙ бала тыуған осраҡта — бер, ир бала тыуһа — ике һарыҡ салығыҙ”. Шул ваҡытта Аллаһы Тәғәлә уны ҡабул итер һәм балаға сәләмәтлек бирер. Ғалимдар аңлатыуынса, ғәҡиҡә ҡорбаны салынған бала Ҡиәмәт көнөндә ата-әсәһенә шәфәғәт ҡыла ала.
  • Ғәҡиҡә ҡорбанын салыу — мәжбүри ғәмәлме? Кешенең мөмкинлеге булмаһа, ҡорбанды аҡса булғас ҡына салырға яраймы?
  • Ғәҡиҡәт — сөннәт ғәмәл. Ул һәр кемдең ихтыярында. Мөмкинлек бар икән, уны үтәү сауаплы. Әгәр ҙә мөмкинлек булмаһа, гөнаһы булмай. Әгәр ҙә мосолман кешеһе был ҡорбанды сала икән, уға әжер-сауап яҙыла һәм ул Аллаһының ризалығына ирешә.
  • Ғәҡиҡә ҡорбаны бала тыуғандан һуң етенсе көндә салынырға тейеш, тиҙәр. Ләкин ҡайһы бер балаларҙы был ваҡытта дауахананан сығармаҫҡа ла мөмкиндәр. Шулай һуңға ҡалынһа ни эшләргә?
  • Рәсүлебеҙ (с.ғ.с.) үҙенең хәҙис-шәрифтәрендә: “Ғәҡиҡә ҡорбанын бала тыуғандың етенсе көнөндә салыу — сөннәтле ғәмәлдәрҙән”, — тигән. Әммә бала тыуғандың етенсе көнөндә ғәҡиҡә ҡорбанын сала алмаһағыҙ, 14-се, 21-се көндәрендә салыу ҙа сауаплы. Ғөмүмән, ғәҡиҡә ҡорбанын ҡасан салһаң да була. Әйтәйек, кемдер 50 йәшенә етеп, үҙенә шундай ҡорбан салынмағанын белгән икән, ул ошо йәшендә лә ғәҡиҡә ҡорбанын салырға мөмкин. Нисек иртә салһаң, шулай яҡшыраҡ. Ләкин атай кеше балаһы балиғлыҡ йәшенә еткәнсегә хәтлем салырға тейеш. Унан һуң инде ваҡыты сыҡҡан була һәм уны балиғлыҡҡа еткән бала үҙе сала ала. Ләкин ул мәжбүри ғәмәл түгел. Эшләһә — сауап, эшләмәһә — гөнаһы юҡ.
  • Ни өсөн ир балаға 2 һарыҡ, ә ҡыҙ балаға 1 һарыҡ тейешле?
  • Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡатыны Ғәйшәнән килгән хәҙистә Аллаһының илсеһе ир бала өсөн бер ҙурлыҡта һәм бер йәштә булған ике һарыҡ, ә ҡыҙ бала өсөн бер һарыҡ салырға әмер бирә. Ғәҡиҡә ҡорбаны баланың сәләмәтлеге өсөн салына. Ир бала батыр, көслө булырға тейеш. Ул — ғаилә башлығы буласаҡ кеше, ғаиләһен һаҡлаусы һәм яҡлаусы ла. Шуға күрә уның көсө ҡыҙ баланыҡынан ике мәртәбәгә күберәк булыуы мөһим.
  • Бындай ҡорбанлыҡ итен үҙеңә ашарға яраймы? Аш мәжлесе уҙғарыу мәжбүриме?
  • Ғәҡиҡә ҡорбаны итен нисек теләйһегеҙ, шулай бүлегеҙ. Итте бүлеү рәүеше нәҡ Ҡорбан ғәйетендә салынған хайуандың итен бүлеү кеүек. Бер айырмаһы ла юҡ. Итте өс өлөшкә бүлеү сауаплы: бер өлөшөн үҙеңә ҡалдыраһың, икенсе өлөшөн мохтаждарға таратаһың, ә өсөнсө өлөшө менән бәпәй ашы уҙғарып, туғандарҙы һәм күршеләрҙе ҡунаҡ итәһең. Шулай уҡ уның итен бөтөнләй таратып бөтөрөргә лә ярай. Әгәр ҙә ғаилә үҙе мохтаж булһа, итте тулыһынса үҙендә ҡалдыра ала. Аш мәжлесен үткәреү сауаплы ғәмәлдәрҙән һанала. Был ҡорбанды үҙең салһаң һәм ите менән туғандарҙы һәм дуҫтарҙы саҡырып мәжлес уҙғарһаң хәйерлерәк. Карантин шарттарында ла яҡын туғандарҙы ғына саҡырып, доға уҡытып алырға мөмкин.
  • Был итте балта менән сабырға ярамай, тип һөйләйҙәр…
  • Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡатыны Ғәйшә инәбеҙ әйткән: “Ир бала өсөн бер үк ҙурлыҡта ике һарыҡ, ә ҡыҙ бала өсөн бер һарыҡ салына. Ул тулыһынса бешерелә һәм һөйәктәре һындырылмай. Уның итен ашайҙар, ашаталар һәм саҙаҡа итеп бирәләр. Был ғәмәл 7-се көндө башҡарыла”. Ошонан сығып, ит сабылмай, ә киҫелә генә тигән һығымта яһарға була.
  • Ҡорбанлыҡ һарыҡҡа айырым талаптар юҡмы?
  • Ғәҡиҡә ҡорбаны итеп салына торған һарыҡ һимеҙ, һау-сәләмәт, кәмселекһеҙ, бер йәшкә еткән булырға тейеш. Әгәр ҙә ҡорбанлыҡ хайуан бер йәшлек һарыҡ ҙурлығында булһа, алты ай тулып етенсе айға кергән һарыҡты ла салырға ярай.
  • Ғәҡиҡә ҡорбанын салыу тәртибе ниндәй?
  • Ҡорбанды салғанда аяҡтары менән ҡиблаға ҡаратып ятҡырырға кәрәк. Салыусы кеше мосолман булырға тейеш. Салған ваҡытта: “Иннә саләәтии үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәтии лилләһи Раббил-гәәләмиин. Ләә шәриикә ләһ. Үә бизәәликә үмиртү үә әнәә минәл-мүслимиин. Бисмилләһи, Әллааһү әкбәр. Әллааһүммә ләкә үә иләйкә (Аллаһының исеме менән салам. Аллаһы иң бөйөк. Йа Аллаһы. Был ҡорбан Һинеке һәм ул Һиңә ҡайта). Был — фәлән улы фәләндең (баланың исеме әйтелә) ғәҡиҡә ҡорбаны”, — тип әйтелергә тейеш.
  • Фәнзил хәҙрәт, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
  • Рәғиҙә Ғиззәтуллина әңгәмәләште.
    Читайте нас в