Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2020, 18:05

Тулыһынса һәм теүәл башҡарылды

Республикабыҙҙа йәшәүсе 26 мең ветеранға апрель айында алдан дөйөм алғанда 1,5 миллиард һум күләмендә түләү башҡарылды.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостандағы бүлеге тарафынан республика халҡын пенсия менән тәьмин итеүгә ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында 112 миллиард һум йүнәлтелгән. “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бәйле РФ граждандарының ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр тураһында”ғы В.В.Путиндың Күрһәтмәһенә ярашлы, республикабыҙҙа йәшәүсе 26 мең ветеранға, Пенсия фондында булған белешмәләр нигеҙендә, апрель айында алдан дөйөм алғанда 1,5 миллиард һум күләмендә түләү башҡарылды.
Пенсия алыусыларға почта бәйләнеше ойошмалары аша бөтә төр түләүҙәрҙе таратыу хаҡында квитанциялар ебәрелде. Был персоналләштерелгән документта Пенсия фонды башҡарған түләү төрҙәре тәфсирләп яҙыла: страховка пенсияһы, айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, өҫтәлмә матди ярҙам. Һөҙөмтәлә пенсионерҙар Пенсия фондынан бирелгән түләүҙәр буйынса тулы мәғлүмәтле була, шулай уҡ ағымдағы һәм киләһе айҙарҙағы күләмен контролдә тота ала.
Наталья Козусь,
район Пенсия фонды бүлеге начальнигы урынбаҫары
Читайте нас: