Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2020, 11:45

Ярҙам тағы түләнә башлай

Рәсәй Пенсия фонды июлдә 10 мең һум күләмендәге яңы түләүҙәрҙе башлай. Был юлы ул 3 йәштән түгел, ә тыуғандан алып 16 йәшкә тиклемге балаларға биреләсәк.

Кемдәр июндә был түләүҙе алған, уларға яңынан ғариза яҙырға кәрәкмәй. Июль айында аҡса автомат рәүештә күсәсәк. Кемдәр әле ғариза бирмәгән, Пенсия фонды бүлексәләре йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙырға кәрәк. Ғаиләләргә бындай социаль ярҙамды алыуға мөрәжәғәт итеү өсөн өс ай ваҡыт бар. Пенсия фонды 2020 йылдың 1 октябренә тиклем ғаризалар ҡабул итә. Ғаиләнең бындай түләүгә хоҡуғы булған осраҡта, 10 мең һумлыҡ өҫтәмә түләүҙәр алыуға ҡабаттан ғариза тапшырыу кәрәкмәй.
Президент ҡарары буйынса апрелдән әлегәсә бындай ярҙамды 25,5 миллион бала тәрбиәләгән 19 миллион ғаилә алған. Түләүҙәрҙең дөйөм кимәле 274 миллиард тәшкил итә.
Түләүҙәр хаҡында аңлатмалар һәм йыш бирелгән һорауҙарға яуаптарҙы Пенсия фондының сайтында http://www.pfrf.ru/knopki/zhizn/ табырға мөмкин.
Наталья Козусь,
район Пенсия фонды бүлеге начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: